+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
11 Апрель 2023, 15:00

Үәт, ҡыҙыҡ!

Ҡатын иренә шылтырата: – Ҡәҙерлем, машинам ватылды. Карбюраторға һыу эләкте... – Һин ул карбюраторҙың нимә икәнен беләһеңме һуң, исмаһам? Ҡайҙа әле машинаң?! – Күлдә...

Үәт, ҡыҙыҡ!
Үәт, ҡыҙыҡ!

***

Ике әхирәт осраша:

– Сәләм! Был һинме ул? Танымай ҙа торам, ҡалай йәйелеп киткәнһең.

– Һин дә үҙгәргәнһең. Әгәр ҙә студент сағыңдағы ошо күлдәгеңде кеймәгән булһаң, мин дә һине танымаҫ инем.

 ***

Аэропорт. Пассажирҙар трапта самолетҡа ултырырға әҙерләнә. Иҙән йыуыусы самолеттан килеп сыға. Ҡулында гәзит-журналдар. Быны күргән пассажирҙар:

 – Ә беҙ осҡанда нимә уҡырға тейешбеҙ?

– Доға.

***

Хәрби комиссариат янында йәш кенә ҡыҙ илап тора.

– Ниңә күҙ йәшендә түгәһең? Әллә буласаҡ кейәүеңде һалдатҡа алалармы?

– Берәүһен генә булһа, иламаҫ инем, өсөһөн дә бер юлы алдылар шул...

***

Бер ир гәзиттә үҙе тураһындағы некрологты уҡый ҙа, көйөнөп, дуҫына шылтырата.

– Күрҙеңме, миңә гәзиттә некролог биргәндәр.

– Күрҙем. Ә һин ҡайҙан шылтыратһаң әле?

 

 

Автор:
Читайте нас: