+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
13 Апрель 2023, 17:00

Көләмәстәр

– Атай, ҡапҡаң ҡыйшайып киткән икән.– Ҡыйшая инде, уны йү­нәтер кеше бармы ни? Һеҙ, малайҙар, берегеҙ – Би­тыр­­ҙа, икенсегеҙ – Бирхуралда. ***

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Ике күрше әбей һөйләшә:
– Американдар тағы айға осҡандар, әй!
– Э-э-й, айға түгел, һике­гә лә менеп булмай хә­ҙер.
***­
– Улым, ошо тауыҡтарҙың иренең исеме кем әле?
– Ә-ә-ә... Әтәсте әйтә­һең­ме, олатай?
– Ә-ә-ә-й, әтәс бит әле шул суҡынған

***
Беҙҙең бесәй, ике бала­һын ике ҡулы менән ҡо­саҡлап, ләззәтләнеп йоҡ­лап ята – ул замана ҡатын­дарынан да аҡыллы шул.
***
Ике күрше ҡатын өсөн­сөләрен тикшерә:
– Мынауҙар шайма-шай алышалар, бер-берен еңә алмайҙар, әй.
***
Бисәһен көнләшеп, ҡы­ҙып йөрөгән ир:
– Нимә ҡарап ултыраң, Зәйнәпкә килдеңме? – тип, күрер-күрмәҫ көйө һыу тул­тырылған феләккә тибеп ебәреп аяғын имгәткән.
***
Бер парторг күрше кол­хоз­ға шылтырата.
– Алло, алло, был «Ленинмы?» «Марксмы?»
– Юҡ, был Зәйнулла.
***
– Ҡатынға теш ҡуйҙырып та ҡараным, барыбер ауы­ҙында һүҙ тормай, – тип күршеһенә зарланған ире.
***
Ике күрше эскәмйәлә ултыра. Береһе ҡуйынынан тулы ғына шешә сығарып, ялтылдатып ҡарап ултырҙы ла:
– Был донъя ҡоротҡос нәмә инде ул, – шулай ҙа, әйҙә, эсәйек әле, әтү эс бошоп китте, – тигән көр­һө­нөп.

Автор:
Читайте нас: