+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
14 Апрель 2023, 13:00

Көлгәнгә – көлкө

Инженер Мәхмүтовтың эш хаҡы Гиннесстың рекордтар китабына инде. Ул квартал пре­мияһын бисәһенән йә­шереп, шул китап эсенә тығып ҡуй­ғайны. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Бик хәйерсе фатирҙа, аяҡ­та­рын көскә һөйрәп, бер та­раҡан ризыҡ эҙләп йөрөй. Кухняла бер нәмә лә тапмағас, ка­рауатында ятҡан ҡарсыҡ эргәһенә килә:
– Нимә, әбей, был айҙа ла пенсиябыҙҙы тотҡарлайҙар­мы ни?
***
Бер ҡарт пенсия алған да, күптән ит аша­ғыһы килгәнлек­тән, баҙарға барған.
– Улым, әйтмәҫһеңме, бынау бер түтәрәм итте алһам, хаҡы күпмегә тө­шөр икән?
– Әйтермен, тик валидолың үҙең менәнме, бабай?
***
Ике ханым һөйләшә:
– Йә, Хәҙисә, курортта нисек ял ит­тең?
– Әҙерләгән ризыҡтары ашарлыҡ түгел ине – шулай ҙа мин бик ҡәнәғәтмен. Бер айҙа егерме килоға ябығып ҡайт­тым.
***
– Олатай, үҙеңә берәйһе на­сарлыҡ эшләһә, яҡшылыҡ ме­нән яуап ҡайтарырға кәрәк тигән һүҙ дөрөҫмө?
– Эйе, улым.
– Улайһа, туңдырма алырға аҡса бир әле – мин һинең күҙ­легеңде ваттым...
***
– Әкрәм, һинең бик сә­йер ғә­ҙәтең бар – тиктомалға ба­шың­ды һелкеп ҡуяһың.
– Сәсемде артҡа һел­тәйем.
– Бәй, һин пеләшһең бит!..
– Сәс ҡойолоп бөттө, ә ҡәһәр төшкән ғә­ҙәт ҡалды.
***
Бер ир спорт тауарҙары магазинында:
– Һеҙҙә 52-се размерлы саң­­ғы ботинкалары бармы?
– Нисәнсе?!.
– 52-се.
– Шундай аяҡлы кешегә иш­шү саңғы нимәгә кәрәк һуң?
**
Кавказдағы бер ауылда 150 йәш­лек ҡортҡа 130 йәшлек ҡарт­ты битәрләй:
– Бөтәһенең дә балалары балалар һымаҡ – әйткәнде тың­лай, минеке генә ҡолағына ла элмәй. Һиңә йөҙ йыл тыл­ҡыйым бит инде, йыу­майынса еләк-емеште ашар­ға ярамай, тип!..
***
Кадрҙар бүлегендә бер ир­ҙән:
– Һуңғы урында оҙаҡ эшлә­негеҙме? – тип һорайҙар.
– Алты йыл.
– Ә ниңә унан киттегеҙ?
– Амнистия иғлан иттеләр.
***
Уҡытыусы студенттарға һөй­ләй:
– Йыл буйы дәрескә йүнләп йөрө­мә­гәнлектән, һеҙ математиканы бик хөрт беләһегеҙ. Минең уйлауымса, һеҙҙең 70 процентығыҙ зачетты тапшыра алмаясаҡ.
Арттағы рәттән тауыш:
– Беҙҙең ул тиклемебеҙ бө­гөн дәрестә лә юҡ әле.
***
Ике әхирәт серләшә:
– Ниңә һин Фәритеңә исеме ме­нән түгел, ә “ҡә­ҙер­лем” тип кенә өндәшәһең?
– Бутап, “Фәнил” тип әйтеп ҡуйырмын тип, ҡурҡам.
***
– Минең бисә йыл һайын үҙенең тыуған көнөнә шәшке тун алып биреүемде талап итә.
– Шул тиклем тун нимәгә икән уға?
– Белмәйем, алып биргәнем юҡ әлегә.

Автор:
Читайте нас: