-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
25 Апрель 2023, 15:00

Мәҙәктәр

– Әйтегеҙсе, консерваторияға нисек барыр­ға?– Һыра барына тиклем тура, стриптиз клубына тиклем һулғараҡ, аҙаҡ казино эргәһенән...– Рәхмәт, рәхмәт, аңлашылды... ***

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр

Ишек шаҡыйҙар. Ир кеше ишекте асһа, ауыҙын йырып, ҡәйнәһе баҫып тора.
– Кем саҡырҙы? – ти кейәүе.
– Эй, кейәүкәйем, кем саҡырһын инде, үҙем килдем.
– Ярай, үҙең килгәс, үҙең китерһең әле. Оҙаҡҡа килдеңме?
– Бер килгәс, ялҡыт­ҡансы торормон инде.
– Ялҡытҡансы? Нимә, сәй ҙә эсеп тормайһыңмы ни?..

* * *
– Һәйбәт ир-ат, ҡатыны ҡаҙаҡ ҡаҡҡанда бер ҡасан да дөрөҫ ҡаҡмай­һың, тип ултырмаясаҡ.

* * *

Гәзиттәге иғландан: «Яңғыҙ ир мөхәббәт, һөйөү, наҙ, аңлашыу һәм тағы берәй төрлө ашамлыҡ эҙләй».

* * *
Бер бик ялҡау кеше урамдан китеп барғанда абынып ҡолай. Тороп, бер аҙ барғас, тағы йығыла. Аҙаҡ:
– Икенсе тапҡыр йығылырымды алдан белгән булһам, тәүге йығылғанда уҡ тормаған булыр инем, – ти.

* * *
Урман буйлап ҡолаҡтары яңағына ҡыҫып бәйләнгән ҡуян балаһы сабып йөрөй. Быны күреп, айыу:
– ҡолаҡтарыңа нимә булды? – ти.
– Әсәйем бәйләне. Урманға һунарсылар килеп тулған, атып үлтерәләрме, юҡмы, билдәһеҙ, әммә уларҙың насар һүгенеү һүҙҙәрен ишетһәң, ҡолаҡтарың шиңер, ти.

* * *
Бер бәләкәй ҡала театрында юбилей кисәһе үтә. Грим һалыу бүлмәһендә ике саҡырылмаған комик һәм трагик актер ултыра. Трагик актер:
– Эйе, саҡырманылар... Тимәк, минең хаҡта оноттолар.
Комик:
– Эйе. Саҡырманылар (ауыҙын йыра), әммә иҫләйҙәр әле...

* * *
Әгәр ҙә хеҙмәткәр эш урынында ун минут эшһеҙ ултыра икән, тимәк, ул автоматик рәүештә йоҡо режимына күсә.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: