+13 °С
Облачно
Көләмәстәр
3 Мая 2023, 04:00

Мәҙәктәр

Һары башлы бер ҡатын кредит алырға килешеү төҙөй. Менеджер:– Бына бында сумманы һүҙҙәр менән яҙығыҙ.– Нисек?– Хәрефтәр менән.– Һеҙ үҙ аҡылығыҙҙамы, мин һандарҙы нисек һүҙ менән яҙайым!? ***

МәҙәктәрМәҙәктәр
Мәҙәктәр

Һин ныҡ ябыҡҡанһың, әллә яңы диетаға күстеңме?
– Эйе, кишер, сөгөлдөр, картуф…
– Ни эшләттең: бешерҙеңме әллә ҡурҙыңмы?
– Ҡаҙыным…
***
Тартҡан һәр тәмәке өсөн һауытҡа 10 тәңкә һалырға булдым. Хәҙер минең тәмәке алырға аҡсам һәр ваҡыт бар.
***
Ит баҙарында.
– Ниңә миңә шыр һөйәкле ерен үлсәйһең?
– Ә һыйырҙың ҡаймағы ғына һөйәкһеҙ була.
***
– Егетем бар тиһең инде.
– Эйе, көслө, аҡыллы, һылыу.
– Исеме нисек?
– Дамир, Сабир, Кәбир.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас