+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
4 Май 2023, 18:20

"Һәнәк" көлдөрә

– Атай, ниңә беҙ гел мундирлы картуф ашай­быҙ, ә күршеләр шашлыҡ ҡура?– Улар ялҡау, картуф ултыртырға, утарға, кү­мер­гә теләмәйҙәр. ***

"Һәнәк" көлдөрә
"Һәнәк" көлдөрә

Яңы фатирға күскәс, мин тынлыҡҡа кинәндем, күршеләрем ниндәй һәй­бәт, тип ҡыуанып бөтә алманым. Ә һуңынан улар­ҙың Төркиәлә ял иткәндә генә һәйбәт булыуы асыҡ­ланды.

***

Икәү осраша. Береһе:
– Яҡын-тирәлә полицейский күрмәнеңме?
– Юҡ.
– Улайһа, куртка менән сәғәтеңде сис!

***

– Ҡарале, телевизор­ҙан һинең элекке ҡаты­ныңды күрһәтәләр!
– Эйе, был йәшниктән бер ваҡытта ла һәйбәт нәмә күрһәтмәйҙәр!
***
– Ҡәҙерлем, әйҙә өй­ләнешәйек, туй яһайыҡ.
– Минең өйләнгем килмәй, ә ашағым килә.
– Иҫәр, туйҙа туйғансы ашарһың.
 

***
– Һөйөклөм, әгәр беҙ хәҙер үк ҡайтып кит­мәһәк, мин был магазинда икенсе ҡатынды табам һәм уның менән ҡайтып китәм...
 
***
Улы, атаһы бөтөнләй ҡартайған тип уйлап, уны ҡарттар йортона бирә. Биш йәшлек улы һорай:
– Олатайҙы ҡалдырып киткән йорттоң адресын алдыңмы?
– Уның янына барғың киләме ни?
– Ҡартайғас, һине ҡайҙа алып барырға икәнен белгем килә.
 
***
Математика уҡытыу­сыһы вагонда китеп бара. Поезд ҙур тиҙлектә һы­йыр көтөүе янынан уҙа. “56 баш”, – тип хәбәр итә математик.
– Нисек белдегеҙ? – тип һорай юлдаштары, ғә­жәп­­ләнеп.
– Бик еңел. Тояҡтарҙы һанайһың да дүрткә бүләһең.
 
***
 
– Йәйҙе шул тиклем яратам! Тәбиғәт ҡосағын­да рәхәтләнеп ял итергә мөмкин!
– Вәлитдин, балконда тәмәке көйрәтеү, һыра һемереү шулай тип атала ла.
Артур ВАСИЛОВ һүрәте.
 
 
Автор:
Читайте нас: