+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
8 Май 2023, 13:20

Бастилияны кем алған?

Ат ҡаршыһына бүре килеп сыға ла: - Бына бәхет. Туйғансы ит ашағы көн дә булыр икән!  

Бастилияны кем алған?
Бастилияны кем алған?
- Ашыҡма һин, бүре, тәүҙә минең дағалағы яҙыуҙы уҡы әле.
Йыртҡыс уҡырға тип эйелеүе була, ат бының маңлайына ҡуш аяҡлап тибеп тә ебәрә. Ярты сәғәттән һуң бүре аңына килеп:
- Нимәгә кәрәк булды инде миңә уның дағаһындағы яҙыу? Уҡый белһәм, тағы бер хәл...
***
Тарих дәресе бара.
Уҡытыусы Сәлимдән:
- Сәлим, Бастилияны кем алған?-тип һорай.
- Апай, мин алманым!!!
- Бар ҡайт, иртәгә атайың менән кил.
Икенсе көндө малай атаһы менән килә.
- Ун биш йыл уҡытып бындай хәл күргәнем булманы.
- Нимә булды?
- Улығыҙҙан Бастилияны кем алды, тип һораған инем, мин алманым, ти.
- Улым, алһаң бир, кеше әйберенә тейергә ярамай!
Уҡытыусы аптырап, Сәлимде атаһы менән директорға алып инә.
- Сәлимдән, Бастилияны кем алған, тип һораған инем, мин алманым, тип әйтә, атаһын саҡыртҡайным, ул: “алған булһаң, бир,”- ти.
Директор:
- Мин был ғаиләне бик яҡшы беләм, улар алмағандарҙыр…
***
- Балам, ҡолаҡһындарыңды һал әле. Музыкаң миңә тиклем ишетелә. Һаңғырауланаһың бит!
- Рәхмәт, әсәй, мин ашаным инде.
 
Һүрәт: infourok.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: