+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Май 2023, 16:30

Көләмәстәр

– Автобус туҡтамаҫ борон һикереп ҡуймағыҙ, бәләгә тарыуығыҙ ихтимал.– Мин дауаханаға ҡабаланам бит!– Улайһа, һикерегеҙ! ***

Көләмәстәр
Көләмәстәр

– Кисә өс сәғәт буйы машинамды тоҡандыра алай бер булдым!
– Ни эшләп тоҡанмағанын белдеңме һуң?
– Белдем. Асҡыс машина эсендә ҡалған.

***
– Бөгөн ныҡ ҡына эшләнең һин, ыслушай, әйҙә, ҡайттыҡ, “колхоз” эше бөтмәҫ ул...
– Хәҙер, бер генә минут көт, компьютерымдағы уйынды “сохранить” итәм дә...

***
– Хәйерле иртә, коллега! Ни эшләп күңелең бойоҡ?
– Таң менән ауыҙ йырып ултырырға, мин “теге өсәү”ҙер шул?!

***
– Тәгәрмәс йәбештереү нөктәгеҙ ҙурайғандан-ҙурая бара!
– Эйе, юлдарҙа соҡорҙар ҙа ҙурая бит.
***
– Уф, арыным... Ял алырға ине...
– Яңыраҡ ҡына отпускыла булдың, түгелме һуң?
– Улыма өйгә эште күп бирәләр.

***
– Әсәй, ә һин нимәгә атайға кейәүгә сыҡтың? – тип һорай улы әсәһенән.
– И-ии, балаҡайым, һин дә минең яңылышыуымды аңлай башлағанһың икән!..
***
– Һеҙҙең сирегеҙ анауы электрон тәмәкенән булырға тейеш, – ти табип ауырыуға.
– Мин ғүмеремдә бер тәмәке тартҡаным юҡ, – ти пациент.
– Ә, диагнозығыҙҙы асыҡлау ауырға төшә, былай булғас.
***
– Етәксем мине эштән ҡыуҙы.
– Ни эшләп? Ни булды?
– Эш ваҡытында хырылдап, мине уятаһың, тине.

***
– Миңә эштән иртәрәк китергә рөхсәт итегеҙ әле, ҡатынымды ауылына алып барып ҡуйырға кәрәк.
– Рөхсәт итә алмайым.
– Рәхмәт һеҙгә, ҙур рәхмәт!

***
– Ҙурайғас кем булырға теләйһең?
– Атайым һымаҡ интернет гиҙеүсе.

***
– Минең ҡатыным шул тиклем тәмле бешерә, тик бешермәй генә.
– Улай булғас, һин бәхетле икән! Минеке бөтөнләй бешерә белмәй, әммә көн һайын тамаҡ әҙерләп, йәнде көйҙөрә.

***
– Матай алғайның, нисек? Оҡшаймы?
– Әллә ни оҡшай тип әйтеп булмай.
– Ни эшләп улай тиһең?
– Сөнки һәр ваҡыт ҡайһыбыҙ булһа ла ремонтта ята.


Илнар БУЛАТОВ йыйҙы.

Автор:
Читайте нас: