+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
13 Май 2023, 11:30

ИНГЛИЗДӘР ТУРАҺЫНДА БЕР КӨЛӘМӘС

Бер заман бер инглиз үҙ йомошо менән башҡа бер ҡалаға киткән. Икенсе көнө өйөнә шылтырата. Телефонды хеҙмәтсе ала:— Бэрримор?— Эйе, сэр.— Ҡатынымды ҡарап кил әле, ни эш бөтөрөп ята икән.— Хәҙер ҡарайым, сэр.

ИНГЛИЗДӘР ТУРАҺЫНДА БЕР КӨЛӘМӘС
ИНГЛИЗДӘР ТУРАҺЫНДА БЕР КӨЛӘМӘС
Бер нисә минуттан хеҙмәтсе әйләнеп килә.
— Сэр, ул йоҡо бүлмәһендә ниндәйҙер бер джентльмен менән мөхәббәт уйнай.
— Бэрримор, минең кабинетҡа ин, өҫтәл тартмаһынан револьверҙы ал да икеһен дә атып үлтер.
— Баш өҫтө, сэр.
Бер нисә минуттан хеҙмәтсе эшен тамамлап, әйләнеп тә килә.
— Сэр, Һеҙ ни ҡушһағыҙ, шуны үтәнем. Ҡатынығыҙҙы йоҡо бүлмәһендә атып үлтерҙем, ә джентльменды – оранжерея аша ҡасырға иткәнендә.
— Бэрримор, беҙҙең оранжерея юҡ та инде.
— Тимәк, һеҙ номер менән яңылышҡанһығыҙ, сэр.
— Ғәфү итегеҙ.
— Борсолмағыҙ, сэр.
 
Автор:
Читайте нас: