+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Май 2023, 18:25

Йылмайып-көлөп кенә

Насретдиндың ҡатыны ауырып киткән. Хужа һәр көндө эштән ҡайта ла сәғәттәр буйы уның янында ултырып илай икән. Ауырыуҙың хәлен белергә килгән бер ҡатын:— Хужа, уның ауырыуы ҡурҡыныс түгел бит. Бөгөн йәки иртәгә һауығыр, ниңә шул тиклем ҡайғыраһың? — тип һораған.— Һеңлем, — тигән Хужа, — мин эштән бушамайым, өйҙә әҙ булам, үлеп китә ҡалһа, буш ваҡытымда илап ҡалайым, тим.

Йылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә
* * *
Өйгә эштәрен тикшергәс, уҡытыусы Ғәлиҙән ныҡышып-ныҡышып һорай:
— Ҡат-ҡат ҡараным, бер хата ла юҡ. Әйт дөрөҫөн: атайыңа был юлы кем ярҙам итте?

* * *
Йылға буйында балыҡсы ултыра. Ҡармағына арыу ғына селәүсен эләктереп һыуға ырғыта ла балыҡ сиртеүен көтә. Ни күрһен: селәүсен һыуҙан ҡалҡып сыға ла йылдам ғына ярға йөҙә башлай.
— Һин нимә, иҫәрләндеңме әллә? — ти ғәжәпләнә балыҡсы.
— Һин үҙең иҫәр! Унда мине ашай яҙҙылар.

* * *
Аҡылға еңел бер күршеһе Хужаны ҡыҙыҡ итергә теләп, төн уртаһында уның ишеген ҡағып, йоҡоһонан уятҡан. Хужа ишеген асһа, күршеһе төшөн һөйләй башлаған.
— Бер сысҡан ауыҙымдан эсемә инеп китте. Был ни хәл булыр икән? — тип һораған.
— Ни булһын, ти, һиңә тере бесәй йоторға тура килер, — тигән Хужа.

* * *
Инә селәүсен балаларын эйәртеп үлән буйлап шыуыша. Бер кескәйе әсәһенә өндәшә:
— Ә атай ҡайҙа?
— Балыҡҡа китте.

* * *
Ғәли күҙ төбөн күгәртеп өйөнә ҡайтып инә. Әсәһе:
— Нимә булды?
— Вәли менән һуғыштыҡ.
— Әйттем бит һиңә, юҡҡа-барға ҡыҙып барма, сабыр бул, көс һынашҡансы эстән генә йөҙгә ҡәҙәр һана...
— Мин шулай һанап маташҡан арала Вәли ҡундырҙы ла инде.
Әсәһе уға иллегә тиклем генә сабыр булырға ҡушҡан...

* * *
— Хужа, әйт әле, ожмах ҙурыраҡмы икән, әллә тамуҡмы? — тип һораған Аҡһаҡ Тимер.
— Ожмах ҙурыраҡ.
— Һин уны ҡайҙан беләһең?
— Донъяла ғәриптәр, ярлылар күберәк. Уларҙың барыһы ла ожмахҡа эләгергә тейеш.
Автор:
Читайте нас: