-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
22 Май 2023, 16:00

Бик шәп сысҡан дарыуы

Атаһы һәм беренсе синыфта уҡыған улы вокзалда поезд көтөп ултыралар. Улы:- Атай, беҙҙең ҡаршыла ултырыусы ағай, беләһеңме, кем?- Кем?- Уҡытыусы.- Ҡайҙан белдең?- Ултырыр алдынан ул урындыҡты бик ентекләп тикшереп сыҡты. ***

Бик шәп сысҡан дарыуы
Бик шәп сысҡан дарыуы

Уҡытыусы:

- Сәлим, дөрөҫөн генә әйт әле, дәресеңде кем эшләне?

- Белмәйем, мин йоҡлай инем.

***

 Ни эшләп һинең ҡулдарың бысраҡҡа батҡан, ә ике бармағың тап-таҙа?
- Мин бит һыҙғырырға өйрәндем.
***
Раушан мәктәптән ҡайтҡас, атаһы һорай:
- Улым, һине бөгөн таҡта янына саҡырҙылармы?
- Эйе.
- Шунан?
- Иртәгә һине саҡырҙылар.
***
Бер әҙәм ҡыҙыл балсыҡты ваҡлаған да баҙарға алып барған.
- Сысҡан дарыуы! Бик шәп сысҡан дарыуы! – тип ҡысҡырып ултыра икән. Янына кешеләр йыйылған да:
- Быны нисек ҡулланырға һуң? – тип һораша башлай.
- Уныһы ғына бүстәк инде. Башта сысҡанды ҡыуып тотаһың да ҡайнап торған һыуға һалаһың. Ун минут тотҡандан һуң өҫтөнә ошо дарыуҙы һипһәң, күҙ асып йомған арала сысҡан донъя менән хушлашасаҡ, – тип “инструкция” биреп ултыра икән тегеһе.
Фото: ok.ru
Автор:
Читайте нас: