+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
26 Май 2023, 13:00

Көләмәстәр

Ике әхирәт серләшә.— Бер ҡасан да ирем менән балыҡҡа бармаясаҡмын! Башта үтә ҡысҡырып һөйләштем, икенсеһендә селәүсенде дөрөҫ итеп ҡуймағанмын, имеш. Иң ҡурҡынысы аҙаҡ булды — иремә ҡарағанда күберәк балыҡ тоттом.* * *

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Ике балыҡсы йылға буйында иртә таңдан ҡараңғы төшкәнсе ҡармаҡ һалып ултыра. Кис еткәс, береһе:
— Мин һис ҡасан да ышанмаясаҡ бер нәмә бар, — тип һүҙ башлай.
Икенсеһе ғәжәпләнеп:
— Нимә инде ул? — тип ҡыҙыҡһына.
— Балыҡсылыҡ менән генә шөғөлләнеп йәшәгән халыҡтар булыуына, — тип яуаплай тегенеһе.

***

Берәү алтын балыҡ эләктергән.
— Йә, әйтә һал, өс теләгеңде үтәйем, — тигән ҡорбаны.
Балыҡсы:
— Баҡсамда йорт, ҡалала фатир һәм машина булдыр, — тигән.
— Кредитҡамы, әллә бүлеп түләү шарты менәнме? — тип асыҡларға теләгән балыҡ:
Балыҡсы оҙаҡ уйлап тормаған:
— Йә, һайла: бешерәйемме, әллә көнбағыш майына һалып ҡыҙҙырайыммы? — тигән.

* * *
Бер ир балыҡ ҡармаҡлай икән. Эргәһенә икенсеһе килә лә һорай:
— Бөгөн һыу нисек, яҡшымы?
— Бик һәйбәт! — ти тегенеһе. — Балыҡтың хатта сыҡҡыһы ла килмәй!
* * *
— Эй булдыҡлы ла инде ирем. Ике көнгә балыҡҡа китә лә, шул арала тотҡан балығын йә тоҙлап, йә туңдырып, йә консервалап уҡ алып ҡайта, — тип маҡтана икән бер ҡатын күршеһенә.

* * *
Бер ир балыҡ ҡармаҡлап ҡайтҡас, ҡатынына:
— Үәт, әй, һаран кешеләр була ла инде! Егеттәр менән алдан "кем беренсе булып балыҡ тота, шул һыйлай" тип килешкәйнек. Нисек булған тип уйлайһың? Шакирҙың ҡармағы тартыла, ә ул иҫе лә китмәй ултыра. Ғарифтың да ҡалҡыуысы балыҡ эләгеүен хәбәр итә, ә ул күрмәмешкә һалыша. Үәт, һарандар!
— Ә һинекенә ҡаптымы һуң? — тип ҡыҙыҡһына ҡатыны.
— Мин алйотмо әллә? Ҡармаҡҡа селәүсен ҡуйып та торманым, — тип яуаплай ир.
 
Фото: foto-ram.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: