+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Май 2023, 11:00

Йылмайып көлөп кенә

Алдынғы ҡарашлы ғаилә башлығы ял урынына тура бармай. Ҡатынына, балаларына тағы ла нимәне онотҡанын иҫенә төшөрөп, йәшәгән кварталы буйлап 15 минут әйләнеп йөрөй.***— Һин быйыл ҡайҙа ял итергә булдың?— Үҙемдең бюджетты баһалағандан һуң, мин арымағанмын тигән ҡарарға килдем. ***

Йылмайып көлөп кенә
Йылмайып көлөп кенә

— Беҙ яңыраҡ тауға күтәрелдек. Шашлыҡ бешерәйек тигәйнек, усаҡты тоҡандыра алманыҡ.
— Ә-ә-ә, бәлки, бик ныҡ өҫкә менгәнһегеҙҙер, һауа етмәгәндер.
— Һин ишеттеңме, аҡыллы кешеләр нимә ти?! Һауа етмәгән! Ә һин тутыйғош кеүек, утын кәрәк, утын кәрәк, тип һөйләнәһең.

***
Йәйҙе, диңгеҙҙе һағындығыҙмы? Ҡайнап торған сәйнүк янына ел өрҙөргөс ҡуйығыҙ ҙа уның елен үҙегеҙгә ҡарай йүнәлтегеҙ. Ә ҡатынығыҙҙың ҡысҡырыуы аҡсарлаҡтар тауышын алыштырыр.

***
Бөгөн өйҙә диванда ятып ҡына осһоҙға ял итеп була.

***
Отпускыла үҙебеҙҙең олигархтар кеүек ял итеп ҡараным... 15 минуттан һуң аҡса бөттө.
***
Дүрт ҡатын шифаханала өҫтәл янында ултыра.
— Эх! — тип көрһөнә береһе.
— Ох! — тип яуап бирә икенсеһе.
— М-да! — тип ҡушыла өсөнсөһө.
Дүртенсеһе ҡапыл һикереп тора ла:
— Отпускыла, исмаһам, ирҙәрегеҙҙе тикшермәһәгеҙ була бит?! — ти, асыуланып.
***
— Минең отпуск һорап яҙған ғаризаға ҡул ҡуйығыҙ әле...
— Эштә ҡапыл кәрәк булһағыҙ?
— Ул саҡта миңә СМС менән хәбәр ебәрегеҙ, ҡайтҡас, мотлаҡ уҡырмын.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: