+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
31 Май 2023, 17:00

Соҡор-саҡыр юлдарҙа...

(булғай-булмағай хәлдәр) – Беҙ Сибайға яҡынса нисә сәғәттә барып етәбеҙ? – 6 сәғәттә.– Ә анығыраҡ? ***

Соҡор-саҡыр юлдарҙа...
Соҡор-саҡыр юлдарҙа...

– Хәҙер ҡуҙғалабыҙ, ҡайыштарығыҙҙы ҡуйығыҙ.
– Полиция артты ҡарамай торғайны. Беҙ ҙә ҡуяйыҡмы?
– Уларға һеҙҙең артығыҙ бәлки ҡыҙыҡ та түгелдер, шулай ҙа, бәләһенән баш-аяҡ, ҡуйығыҙ.
***
– Инәй, ҡайышығыҙҙы ҡуя алдығыҙмы шул, юҡмы? Шылт иткән тауышы ишетелмәне.
– Мин уны ошолайтып тотоп ҡына ултырам, балам.
***
– Мине беҙҙең ауыл боролошонда ҡалдырып китегеҙ инде, зинһар.
– Ярай.
– Ә өйгә тиклем илтә алаһығыҙмы?
– Эйе.
– Ысынлапмы?
– Ҡапҡағыҙы асыусы буламы һуң?
***
– Инәй, ауылда тораһығыҙмы?
– Эйе, улым, ауылда торам. Илле йыл элек килен булып төшкәйнем, ғүмерем буйы ошо яҡта йәшәйем. Бабайым күптән юҡ инде, ҡыҙым менән улым ҡалала, үҙҙәренең донъяһы бар. Әле ҡыҙыма хәл белә китеп барыуым. Эх, беҙҙең замандар бар ине...
– ...Инәй, һеҙ әйткән адресҡа килеп еттек.
– Әй, өлгөрмәй ҡалдым, өлгөрмәй ҡалдым...
– Ни булды? Һуңлаттыммы әллә?
– Биш сәғәт үткән дә киткән. Һөйләй торған хәбәрем күп ҡалды, улым, барыһын да һөйләп өлгөрмәй ҡалдым, үкенес.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:
Читайте нас: