+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
2 Июнь 2023, 18:00

Өсөнсө күлдәкте йыуам

Ике әхирәт осраша, береһе икенсеһенән һорай:– Тормоштар нисек?– Был тормошмо ни? Баш ауырта, ҡан баҫымы, кәйефем юҡ.– Арыҫлан ҡойроғо ярҙам итә, тиҙәр.–Шулаймы? Һиндә уның телефон номеры бармы?***

Өсөнсө күлдәкте йыуам
Өсөнсө күлдәкте йыуам

– Һин минең даһи икәнде беләһеңме?– Эйе, беҙ санитарҙы саҡырҙыҡ та инде.

***

– Һинең көслө яҡтарың ниндәй?
–Мин “юҡ” тип әйтә беләм.
– Бының файҙаһы тейгән миҫал килтерә алаһыңмы?
– Юҡ.

***
Урамдан китеп барам. Бер ҡатын осраны, футболкаһына “Мин иҫәр” тип яҙылған. Сәйер, тип уйлайым. Хатта артыма боролоп ҡараным. Ә артта ла яҙыу: “Һин дә...”
***
– Һин нисек уйлайһың, ер аҫтында тормош бармы, унда кемдер йәшәйме?
– Әлбиттә.
– Ни өсөн шулай тип уйлайһың?
– Ну, үҙең уйлап ҡара, кем редисканы ҡыҙылға буяй һуң?
***
Бухгалтер Сәлимйәнов яңы паспорт алғанда ғәҙәт буйынса директорының ҡултам­ғаһын ҡуйған.
***
– Атай, бөгөн кис һинең машинаңды ала аламмы?
– Улым, һиңә аяҡтар ни өсөн бирелгән?
– Береһе – сцепление педале, икенсеһе – тормоз һәм газ өсөн.
***
Фотограф дуҫтарының туйында:
– Мин, башҡалар кеүек, аҡса бүләк итә алыр инем, әммә минең туй бүләгем – фотограф хеҙмәте. Һеҙҙән тағы ла 10 мең һум.
***
Әгәр һин бәләкәй ҡала ситендә беренсе ҡатта йә­шәһәң, өмөтһөҙлөккә бирел­мә. Иҫеңдә тот, ҡасан да булһа ҡалағыҙ ҙураясаҡ, уның сите үҙәккә әйләнәсәк, ә фати­рыңды һанап бөткөһөҙ аҡ­саға магазин итер өсөн һатып аласаҡтар.
***
– Ҡарале, ҡара, мин өсөнсө күлдәкте йыуам.
– О, һин тәүге икеһен йыуҙың дамы ни?
– Юҡ, мин өсөнсөһөнән башланым.
***
– Көләмәс һөйләргәме? Ике иҫәр осрашҡан, ти.
– Әлбиттә! Аҡыллы булһа­лар, ҡыҙҙар менән осрашыр­ҙар ине.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: