Дачала шешлек ҡурғанда барыһы ла күмер бутауҙы йәки шампур әйләндереүҙе үҙенең бурысы тип иҫәпләй.
Ә ер ҡаҙығанда береһе лә көрәк алып, башлағаныңды ҡаҙырға атлығып тормай.
***
– Кроссворд сисергә яратам. Бының өсөн аҡса ла түләһәләр ине.
– Ҡарауылсы булып эшкә ин.
***
– Доктор, мин ат кеүек эшләйем, сусҡа кеүек ашайым, эт кеүек арыйым, миңә ни эшләргә?
– Белмәйем, мин ветеринар түгел.
***
Йәмәғәт транспортында ысын ир-егеттәр күҙен йомоп ултыра, сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙың баҫып тороуын ауыр кисерә.