

Ҡатын-ҡыҙ ире алдында ике бурысты башҡара:
1. Йәне көйһә, уны тынысландыра.
2. Тыныс булһа, йәнен көйҙөрә.
***
Ир:
– Көнө буйы өйҙәһең, ниңә исмаһам донъяны йыйыштырмайһың?
Ҡатын:
– Һин көнө буйы эшләйһең, ниңә беҙ һаман бай түгел?
***
Ике әхирәт әңгәмәләшә:
– Бөтә ирҙәр ҙә эсә.
– Минең ҡәбәхәт ашай ҙа бит әле ул.
***
– Иренең икенсе ҡатын менән концертҡа барырға йыйынғанын белгәс, бисәһе ни эшләй?
– Өйөндә концерт күрһәтә.
***
– Ҡәҙерлем, пальтомдың төймәләре өҙөлөп төшә башланы. Кейеп сығырға оялам.
– Ярай, иртәгә һатып алырмын.
– Пальтомы?
– Юҡ, төймә.
***
– Күршебеҙ бөтә эшен шул тиклем һәйбәт, сифатлы итеп эшләп ҡуя, ә һин тик тәп-ләп! – ҡатын ирен игәй.
– Ялҡау бит ул, киренән эшләмәҫ өсөн тырыша! – ти ире.
***
– Тәүге дүрт ирегеҙ бәшмәк менән ағыуланған, бишенсеһе баҫҡыстан йығылған. Быны нисек аңлатаһығыҙ?
– Бишенсеһе бәшмәк яратманы.