+3 °С
Облачно
Көләмәстәр
30 Июля 2023, 06:00

Йылмайып-көлөп кенә

Бер ир күрше фатирға шылтырата:– Ғәфү итегеҙ, бөгөн кискә скрипкағыҙҙы биреп тора алмаҫһығыҙмы икән?– Уйнап өйрәнергә теләйһегеҙме?– Юҡ, йоҡо туйҙырырға ине.***

Добавить в предпочтительные источники Google
Йылмайып-көлөп кенәЙылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

– Был ни хәл?! Һеҙҙе бейеүгә саҡырыуым була, көй шунда уҡ туҡтай.
– Аптырамағыҙ, ирем – ансамбль етәксеһе.
***
Минең үҙ рок төркөмөм барлыҡҡа килде. Мин – электрогитарала, ә күршеләр батареяла уйнай. Һаман уйнап туймайбыҙ.

***

Саҡырыу комиссияһы. Хәрби комиссар һорай:
– Ҡайҙа хеҙмәт итергә теләйһең?
– Генштабта!
– Аҡылдан яҙҙыңмы әллә?
– Ә был мотлаҡмы?
***
Кисә гражданин Иблиәминовтың фатирына ике кеше ингән, военкоматтан килдек, тигәндәр һәм әрме кәрәге өсөн аҡсаһын, видеомагнитофонын, телевизорын алып киткәндәр.
***
Кешене нисек бар шулай ҡабул итергә ер генә риза. Һәм дә - военкомат.

***

– Ҡәҙерлем, ниңә кейәүгә сыҡманығыҙ һуң?
– Эй, хөрмәтлем, йәшәргә ҡамасауламай торған ирҙе табыу шул тиклем ауыр…
***
– Сәлим, һинең ҡатын-ҡыҙҙар менән берәй ваҡыт берәй етди нәмә булдымы ул?
– Булды-булды, бер заман эш хатта судҡа барып етте.
***
– Дуҫҡайым! Ир кешегә мотлаҡ ҡатын кәрәк, сөнки бөтә бәләләрҙе хөкүмәткә япһарып бөтөп булмай…
***
– Берҙән-берем, һине шул тиклем яратам, хатта исемеңде үҙемдең өйөмә яҙып ҡуйырға теләйем.
– Өйөңдө минең исемгә яҙҙырып ҡуйһаң, бер аҙ тынысланмаҫһыңмы?

 

Автор:
Читайте нас