

Заманалар үҙгәрҙе: бынан йөҙ йыл элек уҡытыусылар тыңламаған, тәртипһеҙ уҡыусыларҙы йоҙроҡ менән биргеләп ала ине, хәҙер иһә уҡыусылар уҡытыусыларҙы кластар буйлап баҫтырып йөрөп туҡмай.
***
– Улым, мәктәптә хәлдәр нисек?
– Атай, минең уҡып бөткәнгә хәҙер ике йыл бит инде.
– Афарин, улым!
***
Оҙаҡламай уҡыу йылы тамамлана һәм бөтә ата-әсәләр электрон журналда үҙ баһаларын күрә аласаҡ.
***
Быйылғы уҡыу йылынан башлап уҡыусыларҙың «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем» тигән темаға яҙған иншаларын тәүҙә һалым инспекцияһында, шунан мәктәптә тикшерәсәктәр.
***
«Йыл уҡытыусыһы» конкурсында беҙҙең башланғыс кластар уҡытыусыһы еңеп сыҡты. Ни өсөн тигәндә ул класты яңы уҡыу йылына әҙерләүгә ата-әсәләрҙән иң күп аҡса йыя алыу бәхетенә иреште.
***
Мәктәп ашнаҡсыһының улы үҫеп, беренсе класҡа уҡырға төшкәйне, кәтлиттә ит күренә башланы.
***
Уҡытыусылар ҡолағына: онлайн-дәрестә коньяк еҫен бер кем дә һиҙмәйәсәк.
***
Уҡытыусы өйгә эш бирә: «Аҙнаның бөтә көндәрен дә ҡулланып, хикәйә яҙып килегеҙ».
Сәлим:
«Йәкшәмбе көндө атайым һунарға сыҡты. Ул ғәләмәт ҙур ҡуян атып алып ҡайтты, беҙ уны дүшәмбе, шишмәбе, шаршамбы, кесаҙна, йома көндәрендә рәхәтләнеп ашаныҡ, шәмбегә лә әҙерәк ҡалды әле».
Тәлғәт ШАҺМАНОВ.
ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР
Уау-уау...
Шағир Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай телефон аша электрон почтаһының адресын әйтә:
– Үтәбай уау-уау точка ру...
– Нишләп уау-уау ул? – тип һорайым аптырап.
– Үтәбай эргәһенә “эт” тип булмай инде...
Ваҡыт юҡ...
Бер шағирәгә йәш ҡыҙ килеп:
– Апай, ошо ҡулъяҙмамды уҡып, кәңәштәр бирһәгеҙ ине, – ти.
Шағирә битараф ҡиәфәттә ҡул һелтәй:
– Үҙемдең шиғырҙарҙы уҡырға ваҡытым юҡ әле...
Юбилей
Шағир Ирек Кинйәбулатов дуҫ ҡәләмдәштәрен үҙенең юбилей кисәһенә саҡыра. Сара үткән көндөң иртәгәһенә бер ҡәләмдәше шылтырата уға:
– Ирек, һин миңә үпкәләмә инде, бара алманым. Ғәфү ит!
– Ярай, борсолма. Үҙем дә бара алманым шул...
Дарыу
Бер яҙыусы әллә ҡайһы тарафтарҙан килтергән дарыу үләндәрен араҡыға ҡушып, һатыу итә.
– Шәп дарыу! – ти ул. – Бындай төнәтмә башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Ул хатта ракты дауалай!..
– Ағай, үҙегеҙ эсеп ҡаранығыҙмы был дарыуҙы? – тип һорайҙар.
– Юу-у-уҡ!.. Мин сирләшкә генә бит, йә үлеп ҡуйырмын!..
Салауат ӘБҮЗӘР.