+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Октябрь 2023, 10:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Телевизорҙа көн һайын, беҙҙә тормош көндән-көн яҡшыра, тип һөйләйҙәр. Телевизорҙы ҡосаҡланым да илап ултырам: уға нисек эләгергә икәнен белмәйем.***

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк
Тормоштоң тәүге яртыһында һаулыҡ һиңә эшләй, ә икенсе яртыһында һин һаулыҡҡа эшләйһең.
***
Минең тәҡдим: 1 литр урынына 950 миллилитр һөт һатыуҙы уйлап тапҡан маркетологтарға 100 процент эш хаҡының 95 процентын ғына түләргә.
***
Төп чиновникка ришүәт бирмәй тороп, коррупцияға ҡаршы көрәш башланмай.
***
Хөкүмәткә һорау: “Һыра алам тиһәң, ни өсөн 18 йәшкә тиклем – барыһы ла балалар? Ә түләүһеҙ йөрөгәндә – 5 йәшкә тиклем генә?”
***
– Дачаң таң ҡалырлыҡ, ә машинаң һуң – һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Хәҙер һиңә башҡа бер ни ҙә кәрәкмәйҙер инде...
– Кәрәк!
– Нимә?
– Тимер алибиҙар йәки прокуратурала блат.
***
Атай кеше кейәүгә сығырға йыйынған ҡыҙынан һорай:
– Буласаҡ кейәү күпме аҡса эшләй?
– Сәйер, атай, ул да һинең хаҡта ошо уҡ һорауҙы бирҙе.
***
– Алло, улым, һин ашаныңмы?
– Әсәй, мин, ғөмүмән, өйләнгәнмен.
– Шуға күрә шылтыратам да инде.
***
Һунарсылар һөйләшә.
– Мин Антарктидала бер атыуҙа ике кит үлтерҙем.
– Ә мин Төньяҡ ҡотопта үҙ ҡулдарым менән аҡ айыуҙы быуҙым.
– Берәйегеҙҙең Үле диңгеҙ тураһында ишеткәне бармы?
– Бар, әлбиттә.
– Уны мин...
***
– Күптән күрешкәнебеҙ юҡ, һаулығың нисек?
– Ниңә һин минең һаулығым менән ҡыҙыҡһынаһың әле? Мин һине васыятнамәгә индермәнем.
 
Автор:
Читайте нас: