0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
13 Октябрь 2023, 15:00

Бына тағы бер мәҙәк

Беләһегеҙме, ир-ат йөрәгенә юл – уның ашҡаҙаны аша.. - Юҡты һөйләмәгеҙ әле... Әллә һөйәркәһе янына ирегеҙ бәлеш ашарға йөрөй тип уйлайһығыҙмы? ***

Бына тағы бер мәҙәк
Бына тағы бер мәҙәк

Ике дуҫ һөйләшә:

- Һинең машина алыуыңды ишеттем.

- Эйе, элек нисек йәшәгәнмендер?! Хәҙер барыһына ла өлгөрәм! Кисә бер көн эсендә майын алыштырып, ҡышҡы тәгәрмәстәр алып, машина баҙарынан кәрәк-ярағын алып, автосервисҡа елдерттем һәм ҡуйҙыртып та өлгөрҙөм. Һуңынан бер кибеткә инеп, туңмай торған шыйыҡса алып, багына һалдым. Машинам булмаһа быларҙы нисек эшләп өлгөргөн булыр инем икән?!

***

Белдереү:

- Мин – матур ҡатын-ҡыҙ. Эш һөйөүсе, таҙа-һау ир-ат эҙләйем. Бер аҙ үҙем тураһында: ике йөҙ сутый баҡсам бар, тракторы булһа, бик тә шәп булыр ине!

***

- Хәҙер карьера баҫҡысы буйлап менеүе бик ауыр, тиһегеҙме?

- Улай ғына ла түгел: ул баҫҡыс янына яҡын килеүе лә ҡыйын.

***

Фатир хужабикәһе йәшәргә ингән студент ҡыҙҙан һорай:

- Нишләп ағайың килмәй башланы?

- Ул, ҡәбәхәт, үҙенә яңы һеңле тапҡан.

***

Мәктәптә математика курсынан тормошта бары тик бер генә фразаның кәрәге сыҡты: ул да булһа – “Что и требовалось доказать”.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: