+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
24 Октябрь 2023, 13:00

Йүнле ир түгелдер ул...

- Ҡыҙым, һин ниңә уға кейәүгә сығаһың килмәй һуң? - Әсәй, уның сәсе ерән бит! Атаһы: - Вәт, тапҡанһың мәсьәлә! Һинең менән бер йыл эсендә ағара ул!

Йүнле ир түгелдер ул...
Йүнле ир түгелдер ул...

***

- Кисә ҡатын-ҡыҙҙар мунсаһындағы тишектән ҡарап тора инем, һул күҙемә төрттөләр.
- Бәй, һинең ике күҙең дә шешеп сыҡҡан бит?
- Кем төрттө икән тип, ҡарағайным шул...
***

Атаһы улынан һорай:
- Улым, һеҙ балалар баҡсаһында һуғышаһығыҙмы?
- Әлбиттә!
- Кем еңә һуң?
- Тәрбиәсе инде...
***

Туйҙа, ҡыҙ алырға килгәс, егетте маҡтайҙар:
- Буласаҡ кейәүегеҙ эсмәй, тартмай, ҡыҙҙар менән йөрөмәй!
Мөйөштәге ятаҡтан бер инәй тауышы ишетелә:
- Йүнле ир түгелдер ул...
***

Һин юғары белемлеме? Ике университет тамамланыңмы? Үҙеңде ахмаҡ итеп тояһың килһә, 4 класс уҡыусыһы менән яңы программа буйынса мәсьәлә эшләп ҡара!

 

 

Автор:
Читайте нас: