+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
2 Ноябрь 2023, 16:00

Ә пеләш булһа?

– Хәйерле көн, был Именлек хеҙмәтеме? – Эйе, ә ниңә? – Һеҙ беҙҙең телефондан һөйләшеүҙәрҙе тыңлайһығыҙ, тип ишеткәйнем, дөрөҫмө? – Ә ниңә? – Миңә ҡатын магазиндан нимәлер алырға ҡушҡайны. Тик онотҡанмын. Һеҙҙән шуны белешергә ине... ***

Ә пеләш булһа?
Ә пеләш булһа?

Элекке күршеләр – урыҫ менән башҡорт осраша.
– Нисек йәшәйһең? – тип һорай урыҫ.
– Шәп йәшәйем: ҡатынымда – айфон, ҡыҙымда – айпад, ә миндә – ай һайын!
– А что такое “ай һайын”?
–Нимә, нимә, банктағы кредит! Ҡәһәрең...

***                                                                                  

Береһе – Мәскәүҙә, икен­сеһе төпкөл ауылда йәшәүсе класташтар осраша ла, һүҙҙәре юл торошона килеп ялғана. Былар хатта бәхәсләшеп китә: йәнәһе, кем йәшәгән ерҙә юлдар яҡшыраҡ?
Баш ҡалала торғаны әйткән була, ти:
– "Иномарка"ға ултыраһың да машина башына һыу тулы стакан ҡуяһың, бөтә көскә ҡыуып та, барып етеп туҡтаһаң, һыу түгелмәгән була!
Ауылдыҡының да иҫе китмәй:
– Беҙҙең юлдарҙа хет теләһә ниндәй машинаның артына ултырып йоҡлап барһаң да, бер нәмә лә булмай.
– Һи-и, бигерәк ҡабартаһың. Рулдә ултырып, тиең.
– Юҡ, рулде тотмаһаң да була. Машина кәлейәнән бер ҡайҙа ла сыға алмаясаҡ.

***

Ҡатын аптырашта тора. Ире һорай икән:
– Ҡәҙерлем, ниндәй уйға баттың?
– Диңгеҙгә 12 көнгә барабыҙ. Ә минең 13 йәйге күлдәгем бар. Ҡайһыһын алмаҫҡа икән, тип баш ватам...

***

– Сәс төрөнә ҡарап, кешенең холҡо тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин.
– Уныһы нисек була инде?
– Бына, мәҫәлән, йомшаҡ сәсле кеше – йомшаҡ холоҡло, ҡаты сәслеһе – ҡырыҫ.
– Ә пеләш булһа?
– Ул саҡта был кеше – бик шыма.
* * *
– Апай, ниңә илайһың?
– Бына бит, гәзиттә, Өфөлә бер ҡыҙҙы трамвай тапаған, тип яҙғандар. Минең Ринат түгелме икән, тип ҡайғырам...
– Атаҡ, унда бит, “бер ҡыҙҙы”, тип яҙғандар.
– Һ-и-и, трамвай ҡарап тора, ти, малаймы, ҡыҙмы...

***

Күршеләр һөйләшә.
– Беләһеңме, заводҡа эшкә ингәндең тәүге көнөндә үк дауаханаға эләктем.
– Нимә, әллә унда карантинмы?
– Юҡ та. Ҡаршымда торған Иван­ға, Вань, асҡыс ырғыт әле, тип ҡысҡырғайным да... Кем бел­һен цехта биш Иван эшләгәнен...

 

Автор:
Читайте нас: