+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Ноябрь 2023, 16:55

Психолог кабинетынан

– Бик бәхетле йәшәй инек тә, ҡатыным психология менән ҡыҙыҡһынып китеп кенә харап итте. ***

Психолог кабинетынан
Психолог кабинетынан

– Психологта тағы ла шулай хәл ителде: башҡаса бер ваҡытта ла эсмәҫкә.
***
– Ҡатынығыҙ һеҙҙе баҫа, шулай тип уйламайһығыҙмы?
– Юҡ, ул улай тип уйламай.
***
– Һеҙҙә “королева” комплексы килеп сыҡҡан.
– Булмаҫ. Королевала ниндәй комплекс булһын инде?
***
– Психотерапевты ысынбарлыҡ менән бәйләп тороусы менеджер тип атаһалар, уның клиенттары күберәк булыр ине.
***
– Киләсәктә психотерапевтар, бала саҡта фотоларығыҙҙы етерлек лайыҡламағандар, бар проблемалар ҙа шунан, тип билдәләйәсәк.
***
– Бер ваҡытта ла социаль селтәрҙәрҙәге статустарығыҙҙы алып ташламағыҙ. Улар психотерапевтҡа диагноз ҡуйыуҙа ярҙам итәсәк.
***
– Бер лампочканы алмаштырыу өсөн нисә психолог кәрәк?
– Берәү. Әгәр лампочка алмашынырға теләһә.
***
– Миңә “үҙбаһаң юғары” тиһәләр, үҙҙәренең фотоларын үҙҙәре лайыҡлаған һәм фотоларын телефон заставкаларында тотҡандарҙы иҫләп алам.
***
– Миңә дуҫым “һин – параноик” тине. Тура әйтмәһә лә, уның шулай уйлауына иманым камил.
***
– Аҫылынып үлергә лә теләгәйнем инде... Тик институт, имтихандар, етмәһә тырнаҡ салонына яҙылғанмын... Тыуған көн етеп килә: бүләктәр, сәскәләр, кәнфиттәр...
***
– Башҡаса психологка бармайым, ул шарлатан хәҙер тағы ла: “үҙ тормошоңа үҙең генә яуаплы” тип әйтәсәк.

Автор:
Читайте нас: