+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
7 Ноябрь 2023, 15:00

Көлөп-йылмайып ҡына...

- Коронавирус шиге булған пациент менән хәлдәр нисек?- Былай насар түгел. Айырым палатаға һалып ҡуйҙыҡ. Махсус диета тәғәйенләнек.- Ниндәй диета ул тағы?- Печенье ашатабыҙ.- Ни өсөн печенье?!!- Һуң, ишек аҫтындағы ярыҡҡа печеньенан башҡа бер нәмә лә һыймай бит! ***

Көлөп-йылмайып ҡына...
Көлөп-йылмайып ҡына...

Банк хеҙмәткәрҙәре һөйләшә.
- Бурҙың сейфтағы бар аҡсаны урлауын аңлайым, ә ни өсөн ул хужаның ҡатынын да алып китте икән?
- Нисек инде нимәгә? Хужа аҡсаһын эҙләмәһен өсөн.
***
Балалар баҡсаһында тәрбиәсе балаларҙан һорай:
— Ниндәй ҡошҡа оя кәрәкмәй?
— Кәкүккә!
— Ни өсөн?
— Сөнки ул сәғәт эсендә йәшәй.
***
– Ҡан баҫымығыҙ юғары, – ти икән табип пациентҡа.
– Һиҙеп торам: балыҡ тотоуҙан...
– Был шөғөл, киреһенсә, тыныслан­ды­рырға тейеш тә...
– Ризамын! Ләкин мин бит балыҡты ты­йыл­ған урында тотам...
***
Уҡыусылар тарих музейына экскурсияға барған. Боронғо Египет фирғәүененең мумияһы алдында ике малай ғәп һата:
— Ҡара әле, бөтөн тәнен бинт менән урағандар.
— Шулай шул. Боронғо Египет хулигандары ныҡ туҡмағандыр инде быны.
***
Ир өйөнә бик hуң ҡайтып инһә, ҡатыны «Мин hинең менән hөйләшмәйем!» тигән плакат менән ҡаршы алған, ти. Йә, ярар, тигәндәй, ир яурындарын hелкә лә, телевизор ҡарарға ултыра. Бер аҙҙан телевизор алдына ҡатыны икенсе плакат менән килеп баҫа. Унда: «Ни өсөн икәнен беләhеңме?» – тип яҙылған.
***
Бер әбей кондукторҙы гел генә миндаль сәтләүеге менән һыйлай икән.
Кондуктор ҡатын:
– Бигерәк мәрхәмәтле инде һеҙ, инәй. Тик ниңә һеҙ уны үҙегеҙ ашамайһығыҙ?
Ҡарсыҡ:
– Сәтләүек ашарға тештәрем юҡ бит, ҡыҙым...
Кондуктор:
– Улай булғас ниңә һатып алаһығыҙ, аҡса әрәм итеп!?
Ҡарсыҡ:
– Шикалатын имәм мин уларҙың, шикалатты бик яратам, ҡыҙым! - тимәһенме.
***
Буфет һатыусыһы әзмәүерҙәй официантын әрләй:
– Ҡара әле, етте тинем бит! Аңламайһыңмы әллә? Ниңә клиенттарҙы урамға төрткөләп сығараһың ул? Башың менән уйлап ҡара: беҙ бит вагон-ресторанда!
***
– Фәтих ағай, – ти бәләкәй малай, – тыуған көнөмә бүләк иткән борғо өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Шундай ҡиммәтле бүләк.
– Кит инде, ниндәй ҡиммәтле булһын, – ти ир.
– Уның ҡарауы һәр кис һайын атайым да, әсәйем дә мине борғола уйнатмаҫ өсөн 100-әр һум аҡса бирә, – тигән малай, шат йылмайып.

Автор:
Читайте нас: