+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
24 Ноябрь 2023, 10:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

– Һаумыһығыҙ, был “айныҡ водитель” операцияһы.– Айныҡтарҙы туҡтатығыҙ! Минең ни ҡыҫылышым бар? ***

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

– Сәғәтенә 120 километр?!
– Мин утыҙҙан арттырманым.
– Бәлки, бер урында торҙом тип тә әйтерһегеҙ?
– Тап шулай, туҡтап тора инем!
– Яҡшы, штраф түләгеҙ – бында туҡтау тыйылған.
***
Бер ир ун йыл япон машинаһында йөрөгәс, Европаныҡын алған. Ике айҙан ҡатыны айырылышырға судҡа биргән. Сәбәп: ир машинаны алыштырыуын-алыштырған, ә уң тәҙрәгә төкөрөү ғәҙәтен ташламаған.
***
Гаишник һәм һауынсы. Һөнәрҙәр төрлө, ә принциптары бер үк.
***
Егет менән ҡыҙ спорт автомобилендә елдерә. Ҡыҙ:
– Шәп барма, мин ҡурҡам.
Егет:
– Ә һин, минең кеүек, күҙеңде йом.
***
Миңә гаишниктар фото ебәрҙе, һәйбәт килеп сыҡҡан. Тик улар төшөргән фото бигерәк ҡиммәт шул.
***
Автоинспектор автомобилде туҡтата.
– Аптечкаң бармы?
– Юҡ, эргәмдә шәфҡәт туташы ултыра.
***
Иҫерек рулдә китеп бара. Уны иҫерек полицейский туҡтата.
– Ни өсөн машинаны ике кеше йөрөтә?
– Ә һеҙ ниңә минең машинаны уратып алдығыҙ?

Автор:
Читайте нас: