-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
7 Декабрь 2023, 14:00

Сисмәй генә йоҡлайым

Уҡытыусы: – Пар ҡайҙан барлыҡҡа килә? Уҡыусы: – Самауырҙан һәм сәйнүктән. ***

Сисмәй генә йоҡлайым
Сисмәй генә йоҡлайым

– Мин сабам, ул саба, һин сабаһың. Был ҡайһы заман була?
– Тәнәфес ваҡыты инде.
***
Урыҫ теле дәресендә уҡытыусы:
– Зилә, ни өсөн һөйләмдә өтөр ҡуйыла?
– Һүҙҙәр бер-береһенә йәбешмәһен өсөн.
***
– Улым диңгеҙ менән күл араһында ниндәй айырма бар? – тип ҡыҙыҡһына атаһы Мараттан.
– Күлдең яры була, диңгеҙҙеке юҡ, – тип яуаплай улы.
***
– Әсәй, мин бөгөн нәскиҙәремде сисмәй генә йоҡлайым,– ти Азат ҡәтғи генә.
– Ниңә, улым?
– Ялҡтым мин уларҙы иртән эҙләй-эҙләй.

***
– Ағайым мине үсектереп тик ултыра, – тип ошаҡлай әсәһенә Фәтихтең ҡустыһы.
Ниңә улай ауыҙыңды ҡыйшайтып ултыраһың?
– Өйгә бирелгән эште үтәйем бит! Уҡытыусы тура телмәрле һөйләмде үҙгәртергә ҡушҡайны. Әле ҡыйыҡ һөйләм уйлап ултырыуым,– ти Фәтих бер аҙ үпкәләп.

Автор:
Читайте нас: