***
– Сәс төрөнә ҡарап, кешенең холҡон белергә мөмкин.
– Уныһы нисек була инде?
– Әйтәйек, йомшаҡ сәсле кеше – йомшаҡ холоҡло, ҡаты сәслеһе – ҡаты.
– Ә пеләш булһа?
– Ул саҡта был кеше – бик шыма.
***
Хужалыҡта иң кәрәкле әйбер – ғәйепле ир!
***
Йәш уҡытыусы әхирәтенә зарлана:
– Бер уҡыусым бөтөнләй йәнемә тейә: шаяра, шау-шыу ҡуптара, дәрестәрҙе өҙә!
– Уның бер генә лә ыңғай сифаты юҡмы ни?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар шул – дәрестәрҙе ҡалдырмай!
***
Икәү осрашыу хаҡында һөйләшә.
– Иртәгә?
– Эйе.
– Ҡайҙа?
– Ҡайҙа теләйһең?
– Ҡайһы ваҡытта?
– Минең өсөн барыбер.
– Ярай. Тик һуңға ҡалма!
***
Резюменан: насар ғәҙәттәрем, телевизор ҡарауҙан тыш, юҡ.
***
– Әсәй, һин борсолма, мин әле дауаханала.
– Һин ун йыл табип булып эшләйһең, һөйләшеүҙе ошо һөйләмдән башлауыңды ҡасан туҡтайһың?
***
Ашнаҡсы булып эшләйем. Ризыҡты әҙерләү һәм уны ят, таныш булмаған кешеләргә биреүҙең нисек ауыр икәнен күҙ алдына килтерәһегеҙме?..
***
– Йә нисек, гитарала уйнарға өйрәндеңме?
– Юҡ.
– Ә ниңә?
– Шуныһын аңламайым, миндә биш бармаҡ, ә гитараның ҡылы алтау.
– Эйе... Пианинола ниндәй нишаналар уйнағанын күҙ алдыңа килтер.
***
ЗАГС-ҡа индермәнеләр, кейәү иҫерек, тинеләр. Бындай тәртип хөкөм һөргәндә, нисек кейәүгә сыҡмаҡ кәрәк?
***
Хөрмәтле үҫмерҙәр! Әгәр әсәйең шарфыңды бәйләнеңме тип һораһа, һин ҡайҙа тип борсолһа, кәйефеңде белешһә, киске ундан да ҡалмай өйгә ҡайтыуыңды теләһә, уға асыуланма. Ышанығыҙ, 30 йәштә лә, 40 йәштә лә, 50 йәштә лә тап шулай буласаҡ.
***
Кисә кис ишек алдында ике иҫәүән автоуҙыш бәйгеһе ойошторҙо. Ҡайһылыр өҫкө ҡаттағы быяла шешә еңде.
***
– Һыуҙың тәмен һәм сифатын яҡшырта беләһеңме?
– Фильтр һатып алырғамы ни?
– Юҡ, һыуға олоғара ит киҫәге һалып, газға ҡуйырға кәрәк.
***
– Әйҙә, минең менән ресторанға!
– Юҡ! Мин һиңә үпкәләнем! Минһеҙ генә бар.