+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
12 Декабрь 2023, 15:00

Кәзә тәкәһенең тыуған көнө

Бер ир гәзит уҡып ултыра: - Ҡара әле, бисәкәй, бында «ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк һөйләй», тип яҙғандар. - Шулайҙыр инде, һеҙ томаналарға һәр һүҙҙе ике тапҡыр ҡабатлап әйтергә тура килгәс... - Аңламай ҡалдым, нимә тип әйттең, ҡәҙерлем? ***

Кәзә тәкәһенең тыуған көнө
Кәзә тәкәһенең тыуған көнө

Офиста телефон шылтырай:

- Альбинаны телефонға саҡырығыҙ әле, зинһар.

- Ҡайһыһын саҡырайым? Беҙҙә алты Альбина эшләй.

- Улайһа, Миләүшәне саҡырығыҙ.  

***

Бер ағай, ял йортона килгәс:

- Бында нисек ашаталар? - тип ял итеүсенән ҡыҙыҡһына икән.

- Бер телем икәмәк бирһәң, әйтәм, - тип яуап биргән тегеһе.

  ***

«Домодедово» аэропортында теркәлеү өҫтәле эргәһендә бер ир:

– Һеҙ минең бер сумаҙанымды – Лондонға, ә икенсеһен Хаба­ровскиға оҙата алаһығыҙмы? – тип һорай.

– Юҡ, – тиҙәр уға, – беҙ ундай эш менән шөғөлләнмәйбеҙ.

– Быныһы бик яҡшы, – ти ир. – Юғиһә үткән айҙа «Внуково» аэропортында сумаҙандарымды шулай оҙаттылар. 

***

Магазинда ике әхирәт һөйләшә:

– Һин нисек уйлайһың, ниндәй открытка алайым икән: «Минең ҡуянҡайыма» әллә «Минең бесәйемә» тигәненме? – ти береһе.

– Нимә хөрмәтенә һуң?  

– Эй, иртәгә минең кәзә тәкәһенең тыуған көнө бит.

***

– Әсәй, мин сәғәт нисәлә тыуҙым?

– Иртәнге алтынсы яртыла.

– Эй, бигерәк иртә булған икән. Сәй эсергә лә өлгөрмәгәнһеңдер инде.  

***

Бер ҡатын күршеһенә зарлана:

– Һинең өс улың көн һайын минең баҡсама төшә.

– Эй, Алла! Дүртенсеһе ҡайҙа йөрөй икән инде?!

***

Юлда «Мерседес» машинаһы туҡтап ҡала. Ҙур тығын барлыҡҡа килә. Водителдәр ҡот осҡос итеп сигнал бирә. Шул саҡ һүнгән машинанан иҫ киткес матур кейенгән һары сәсле сибәр ҡыҙ сыға ла беренсе торған машина эргәһенә килә һәм:

– Эй, йәш кеше, минең «Мерседес» менән нимә булды икән, ҡарамаҫһығыҙмы? Ә мин ул арала һеҙҙең машинала сигнал биреп ултырырмын, – ти.    

Автор:
Читайте нас: