***
Студент инженер булырға хыялланған, ләкин сессияны тапшыра алмағас, генерал булам тип әрмегә киткән.
***
Диетолог йыш, әммә әҙләп ашарға тәҡдим итә. Беренсе өлөшөн бына тигән итеп үтәйем.
***
– Ҡатыным ябығыр өсөн ат спорты менән шөғөлләнә башланы.
– Файҙаһы тейҙеме һуң?
– Ат биш килоға ябыҡты.
***
– Ит ашайһыңмы?
– Юҡ.
– Балыҡ?
– Юҡ.
– Вегетарианһыңмы әллә?
– Бюджетсы.
***
Үҙемдең киске ашымды бирер дошман тыумаған әле.
***
Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙыма бутерброд яһаным. Ул:
– Рәхмәт, – тине.
Мин яуап итеп:
– Аша көрәп! – тинем.
Шунда уҡ үҙемә осоп килгән кроссовканан ялтанырға тура килде.