– Иптәш директор, һеҙ һаман пьесамды уҡымайһығыҙ. Ул өҫтәлегеҙҙә дүртенсе йыл ята, – ти йәш драматург.
– Пьесаңа шундай оҙон ғүмер биргәнгә шатлан ғына.
– Нишләп?
– Уны сәхнәгә сығарған булһаҡ, икенсе көнөнә үк онотолор ине.
***
Киләсәктә диңгеҙ флотына йөҙә белмәгәндәрҙе генә аласаҡтар, улар караптарҙы яҡшыраҡ һаҡлай.
***
Деканатта студентты бешәләр: «Уҡыуға кеҫәңдә инвалидлыҡ тураһында белешмәң бар һымаҡ ҡарайһың…».
***
– Нимә эсәһең: шампан, һыра, шарап, араҡы?
– Эйе, моғайын, ошо тәртиптә эсермендер.
Күбекле һыра әйтте:
– Эсмә мине, һиңә иртән кәрәк буласаҡмын... ("Һәнәк" эсеүгә ҡаршы).
-9 °С
Болотло