+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Декабрь 2023, 13:00

Унан, бынан, тегенән

Ҡунағығыҙ сәйгә шәкәр һалмаһын тиһәгеҙ, сынаяҡты мөлдөрәмә тултырып яһағыҙ.***Ҡатын-ҡыҙҙарға аҡсаң күп китәсәк, тигәйне миңә 15 йәштә бер сиған әбейе. Дөрөҫ әйткән, ҡатын, өс ҡыҙым, ҡәйнәм менән йәшәйем бит!

Унан, бынан, тегенән
Унан, бынан, тегенән

Белорет районы урманында үткән йүгеректәр ярышында бер юлы ун спортсы шәхси рекорд ҡуйҙы. Был уңышты улар... айыу баҫтырыуы менән аңлатты.
***
Ҡыҙыҡ, кеше үҙ тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙы шәрә килеш ҡаршылай: яланғас тыуа, тормош юлдашы менән туйынан һуң төн үткәрә, ипотекаға һуңғы иғәнәһен түләй...
***
Өй тулы балалар, ә шундай тынлыҡ! Йә, Хоҙай, нәмә генә булды икән?
***
Күршем кис һайын пианинола уйнай. Аптырағас, лайыҡлы яуап булһын тип, перфоратор һатып алдым.
***
Байденға яңы ярҙамсы алғандар. Президентҡа ун минут һайын кем икәнлеген һәм Аҡ йортта нишләп ултырыуын аңлатыу – уның төп бурысы.
***
– Баҡсағыҙ бигерәк шәп! Йәшелсәне ай календары буйынса ултыртаһығыҙмы?
– Ҡояштыҡы буйынса, ул сыҡҡас та баҡсаға керәм дә, байығансы бил бөгәм!
***
– Әрмән менән йәһүд яңыраҡ судлашҡайны, аҙағы нисек тамамланды?
– Судьяны ун йылға ултыртып ҡуйҙылар бит!

 

Автор:
Читайте нас: