+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
28 Декабрь 2023, 15:00

Көлгәнгә – көлкө

Турист ауыл кешеһенән һорай:– Ауылығыҙҙа бөйөк кешеләр, арҙаҡлы чиновниктар тыуҙымы?Теге уйлап та тормай яуап бирә:– Юҡ, беҙҙең ауылда балалар ғына тыуа. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Ауылдағы әңгәмәнән.
– Вәли, ишеттеңме әле, беҙҙең уҡытыусы ғалимәгә өйләнгән – ете телдә һөйләшә, ти.
– Йә, Хоҙай! Уның менән нисек йәшәр икән? Минеке бер телдә генә һөйләшә, шулай ҙа көнө буйы миңә өйҙә тынғы юҡ.
***
Ҡала малайы беренсе тапҡыр ауылға олаталарына килгәс, фермаға барған. Ихатала йөрөгәндә үлән араһында ҡушарлап һалынған һөт шешәләренә тап булған. Өйгә ҡайтҡас ҡысҡырған:
– Өләсәй, мин фермала һыйыр ояһы таптым!
***
– Ауылығыҙҙағы оҙаҡ йәшәү серен әйтегеҙ әле?
– Уның ниндәй сере булһын! Ҡалаға юл юҡ. Ә вертолетҡа заказ биреү 500 мең һум. Бына шулай көн итәбеҙ.
***
Ҡала кешеһе ауылға ялға килгән һәм иртән балыҡ ҡармаҡларға барған. Бәләкәй күл янында осраған кешенән һораған:
– Әйтегеҙ әле, был күлдә балыҡ тоторға мөмкинме?
– Әлбиттә.
– Тимәк, мин нәмәлер тотһам, ул ҡоротҡослоҡ булмаҫмы?
– Юҡ, был мөғжизә буласаҡ...

Автор:
Читайте нас: