+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Ғинуар , 13:00

Көләмәстәр

– Беҙҙең хужа яңы машина алған, тиҙәр. Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табалыр? – Трейдинға алған бит ул. – Шулаймы ни? Иҫкеһен тапшырғанмы? – Юҡ, намыҫын ҡалдырып киткән. ***

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Хөкүмәт ултырышында ришүәтселеккә ҡаршы көрәш мәсьәләһе ҡарала. Бер министр чиновниктарға чиптар ҡуйып, һәр кемдең ни эшләүен шулай контролгә алырға тәҡдим иткән. Икенсеһе:
– Ә әгәр ул чиптарҙы урлаһалар? – тип һорай.
– Борсолмағыҙ, беҙ уларын икенсе чиптар ярҙамында күҙәтәсәкбеҙ.
***
– Иптәш полицейский, мәгеҙ инде, ошоно усығыҙға йомоғоҙ...
– Юҡ! Бөгөнгә минең йомғосом тулды.
***

Ике әбей һөйләшеп ултыра:
– Беҙҙең депутат ришүәт ала икән!
– Абау! Кем әйтте?
***
Сәхнәлә фокуссы:
– Хәҙер бынау янсыҡ эсендәге бөтә аҡсалар ҙа юҡ буласаҡ!
Тамашасылар дәртләнеп ҡул саба, берәү урындан ҡысҡыра:
– Ә коррупцияны юҡ итә алаһыңмы?

ҒӘҘӘТ

Һәр кешенең йоҡларға ятыр алдынан үҙенсә ғәҙәте була. Кемдер ас ятыуҙы хуш күрә, икенселәр һәйбәт йоклата тип һөт эсеп ятыуҙы, ныҡ итеп ашанып ятырға яратыусылар бар. Бөтә кеше лә бер төрлө түгел шул. Бер иш булһалар ҡыҙыҡ та булмаҫ ине. Мин мәҫәлән йоҡларға ятыр алдынан ике сей йомортҡаны һытып эсәм дә ҡорһағыма эҫе һыу ҡойолған грелка ҡуйып ятам. Сей йомортҡаларҙың ашкаҙанда бығырҙап бешкәнен тыңлап ятып тыныс ҡына йоҡоға талам.
Тағы кем дә ниндәй ғәҙәт бар?

Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: