+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
19 Ғинуар , 11:10

Көләмәстәр

– Бабай, йылдың ҡайһы миҙгелен яратаһың?– Декабрь айы бигерәк оҡшай! Балалар, һағыныштыҡ, тип, күмәкләшеп ҡайтып төшә, ейәндәрҙе лә күреп ҡалам.– Ниңә йышыраҡ ҡайтмайҙар икән?– Ҡорҙаш, бигерәк ҡыҙыҡһың икән – һуғымды йылына бер һуяһың инде

Көләмәстәр
Көләмәстәр

***

– Магазинда ҡаҙы бармы?
– Бар!
– Ә ҡымыҙ!
– Әлбиттә!
– Кәрәҙле бал да кәрәк ине!
– Теләгәнен һайлап алығыҙ!
– Ай-һай, шаяртаһыңдыр ул!
– Үҙең башланың бит!
***
– Был һарыҡты ҡайҙа өҫтөрәйһең?
– Һарыҡ ҡалала ул, уҡып маташа, быныһы – диплом!
***
– Тортты һигеҙ өлөшкә бүләйемме, әллә ун алтығамы? – тип һорайҙар блондинканан.
– Һигеҙгә инде, ун алтыны ашап бөтөп буламы ни!

Автор:
Читайте нас: