-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
23 Ғинуар , 09:00

Көлгәнгә – көлкө

Ятаҡҡа ҡайтҡас, студент ҡыҙ бүлмәләшенең илап шешенеп бөткәнен күрә.– Ни булды, ниңә илайһың?– Беләһеңме, мин атай менән әсәйҙән компьютер алырға аҡса һорағайным.– Баш тарттылармы?– Унан да яманыраҡ! Компьютер ебәргәндәр.***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Атаһынан элек лицейҙарҙы ПТУ тип йөрөткәндәрен белгәс, Ирек иншаһында: “Пушкин алты йыл ваҡытын Царское Село ПТУ-һында үткәргән”, – тип яҙған.
***
Студенттар фән гранитын кимерә, ә уны уларға уҡытыусылар сәйнәп бирә.
***
Ҡатын такси туҡтата.
– Бала табыу йортона. Ул ҡәҙәр ҡыумаһағыҙ ҙа була, мин унда эшләйем.
***
Самолет кабинаһы ишеге асыла.
– Хәйерле көн, әфәнделәр һәм ханымдар! Мин ошо самолеттың икенсе пилоты. Беҙҙең беренсе пилоттың ҡайҙа икәнен берәйегеҙ белмәйме?
***
– Ишеттеңме, балет театры артисын, сәхнәлә икенсе бейеүсе менән бәрелешкәс, дауаханаға һалғандар.
– Мин ул сәхнәгә юл хәрәкәттәре ҡағиҙәләрен индерергә кәрәк тип әллә ҡасан әйттем.

 

Автор:
Читайте нас: