– Ябығыр өсөн Ҡытай сәйе һатып алдым.– Ә ул тәмлеме?– Торт менән телеңде йоторлоҡ.
***
Ике аҙна диетала булдым, берҙән-бер юғалтҡан нәмәм – ике аҙна...
***
– Әйҙә,пиццаға заказ бирәбеҙ.
– Һин нимә? Беҙ ябығырға һөйләштек тә баһа?! Әйҙә, йәйәү генә барып алабыҙ.
***
– Ҡатыным 80 килограмға һимерҙе.
– Ҡыу ҙа сығар.
– Һуң шул инде, ишеккә һыймай.
***
Диеталағы ханым:
– Ауылдағы апайыма барғайным, һарымһағы бар икән, түҙә алманым, ашаным.
– Нимә, диетала ултырғанда һарымһаҡ ашарға ярамаймы ни?
– Мин сусҡа майы менән ашаным шул.
***
Хәмер һатыуҙы төнгө ундан һуң тыйҙылар. Шәп! Киске алтынан һуң торт һатыуҙы ла тыйһағыҙ, тағы ла шәберәк булыр ине!