-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
4 Март , 14:00

Туҡтауһыҙ көләм!

Башланғыс синыфта уҡып йөрөгән ҡыҙсыҡ атаһына килә лә һорау бирә: - Атай "аборт" нимә була ул? Ир, әлбиттә, уйға бата. Нисек итеп балаға аңлатырға, ней, исмаһам, ҡатыны ла өйҙә түгел! Ярар, ҡасан да булһа аңлатырға тура киләсәк тип вииис кенә түкмәй-сәсмәй, бөтә нәмәһен ентекләп аңлатып һөйләп бирә был.

Туҡтауһыҙ көләм!
Туҡтауһыҙ көләм!

- Был һүҙҙе ҡайҙан ишеттең һин, ҡыҙым? - тип һорай.
- Йыр дәресендә: "И волны бьются об борт корабля", - тип йырлағайныҡ... 

***

Врач кабинеты янында ике пенсионер әбей һөйләшә:
– Был вращтарҙын яҙыуы тауыҡ тәпәйе менән ер тырнаған кеүек. Рецептарынан бер-ни ҙә аңларлыҡ түгел, эт алғыры!!!
– Алай тимә әле һин! Мин врач биргән рецепт менән бер йыл самаһы трамвайҙа бушлай йөрөнөм, ярты йыл тирәһе театрҙа бушлай спектаклдәр ҡараным, ә хәҙер шул ҡағыҙ буйынса пенсиямды арттырҙылар!!!

***

Бәләкәс кенә бер малай өй буйлап туҙынып йөрөй: китаптарҙы атып бәрә, кейем-һалымын иҙәнгә ырғыта, ултырғыстарҙы ауҙара, өҫтәл аҫтына инеп китә. Быны күреп ҡалған әсәһе, ҡото алынып:
- Нимәшләйһең һин, ә?!
- Уйнайым!
- Ниндәй уйын ул?
- "Әлләнимәңде шулайтайым!!! Машина асҡысы ҡайҙа?!" тигән уйын... 

***

Фәрит ҡатыны менән театрҙа ултыра, ти. Шәп спектакль бара! Бер мәл ҡатыны танауын сырыштыра-сырыштыра еҫкәнергә тотона. Фәриткә уҫал ҡараш ташлап, шыбырҙап ҡына:
- Мин һиңә өйҙә әйттем бит! Нәскиең һаһыған, алмаштыр тип!
- Амаштырҙым, бисәкәй! Һинең ышанмаҫыңды алдан уҡ белдем инде, бына ҡара, кеҫәгә һалып алып килдем шуның өсөн!!! 

***

Дарыуханаға егет килеп ингән дә:
- Бер презерватив бирһәгеҙ, - ти.
- Берәү генәме? - тип һорай, һатыусы ир.
- Эйе, берәү генә. Һөйгән ҡыҙыма ҡунаҡҡа барам бөгөн.
Шунан, бер ни тиклем уйлап:
- Тәәәк, уның һеңлеһе лә нишауа ғына. Ярар, ике презерватив бирегеҙ...
Тағы ла уйға батҡан егет...
- Ҡәйнә лә йәш кенә, нишауа ғына бит әле. Давай, өстө бирегеҙ ҙә ҡуйығыҙ! – ти.
Кисен ҡыҙы торған фатирға бара был. Тик аш ваҡытында бер ни өндәшмәй помидор һымаҡ ҡып-ҡыҙыл булып ултыра, башын аҫҡа эйеп кенә . Киске аштан һуң ҡыҙының бүлмәһенә инәләр, һөйгәне:
- Нимә булды һиңә!? Шып-шымһың! Берәй нәмә борсоймо әллә?!!
- Юҡ-юҡ... Былай, атайың дарыуханала эшләй тип уйламағайным...

***

Уҡыусы бала магазинда:
- Апай, һеҙҙә түңәрәкле дәфтәр бармы?
- Юҡ, шаҡмаҡлы ғына! - ти һатыусы.
Артта торған бер ир:
- Һатыусының башын ҡатырма, малай! Ана, сиратта күпме халыҡ!..
Малай китеп бара, теге ирҙең сираты килеп еткәс:
- Һаумыһығыҙ! Миңә Рәсәй глобусы кәрәк ине, - тигән була, ти.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: