Уҡытыусы беренсе класс балаларынан үҫкәс кем булыуҙары хаҡында һораша.
– Мин табип булам.
– Мин – космонавт.
– Мин әсәй булам, – ти Гөлбикә.
– Ә мин Гөлбикәгә әсәй булырға ярҙам итешәм, – ти Марат.
* * *
– Минең өҫтәге күршеләр чечетка бейей, уң яҡтағылар көнө-төнө талаша, һулдағылар ремонт менән булыша, ә аҫта – музыка аҡырталар. Бына һин үҙең уйла, ошондай шарттарҙа мин нисек барабанда уйнайым инде?
* * *
– Нисек йәшәйһең? – тип һорайҙар берәүҙән.
– Әкиәттәге кеүек. Ҡәйнәм – Убырлы ҡарсыҡ, ҡатыным – сихырсы, балаларым – шайтан, күршем – һылыу Василиса, ире – иҫәр Иван.
***
Ҡатыны – иренә:
– Ҡәҙерлем, әйт әле, ер йөҙөндә, ысынлап та, иң иҫәрҙәре ҡуяндармы ул?
– Әлбиттә, ҡуянҡайым минең!
***
Уҡытыусы балаларҙан һорай:
– Бәшмәктәрҙең барыһын да ашарға яраймы?
– Ярай, ярай, ҡайһы берҙәрен бер генә тапҡыр ашап ҡалырға мөмкин, – ти Әнәс.
***
Ике «яңы башҡорт» һөйләшә:
– Ишеттеңме, кисә Санкт-Петербургта теге беҙҙең бай дуҫ атҡа атланған иргә барып бәрелгән…
– Шунан, аҙағы нимә менән бөткән һуң?
– Нимә тип ни, машина эшлектән сыҡҡан…
– Теге һыбайлының хәле нисек һуң?
– Уға нимә булһын, ул бит бронзанан…
***
Ике эшҡыуар осраша:
– Мин теге көн һинең турала бик яҡшы итеп һөйләнем. Күп итеп аҡса эшләй, аҡса уға күктән яуа тинем, – ти береһе.
– Рәхмәт инде, дуҫҡайым. Кемгә маҡтаның һуң мине?
– Кемгә булһын. Һалым инспекторына инде…
***
Вәлит эштән ҡайтып инеүгә бәләкәс улы йүгереп килеп уны ҡосаҡлап ала ла:
– Бына хәҙер ҡыҙыҡ буласаҡ, – ти.
– Нимә булды? – тип ҡыҙыҡһына атай кеше.
- Әсәйем ике сәғәт элек һинең эшеңә шылтыратты. Һаман һинең менән һөйләшә.