0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Апрель , 16:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Сапер бер тапҡыр ғына хаталана, синоптиктар – көн һайын. *** “Шул тиклем оҫта алдаша, депутатыңды уҙҙырыр”.

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

***

“Элек коммунизмда йәшәгәнде хәҙер генә аңлай башланыҡ”.
***
- Һин хәҙер бишенсе тү­рәң­де алыштыраһың, улар менән нисек уртаҡ тел табаһың ул?
- Күҙҙәренә ҡарап дөрө­ҫөн әйтә килдем – маҡтаным да маҡтаным!
***
- Машинаны ҡайҙан урланың?
- Зыярат эргәһенән. Хужаһы үлгән­дер тип уйлағайным.
***
Баҙарҙа бер ҡатын һатыу­сыға өндәшә:
– Һатҡан атың ҡайҙа һуң ул?
– Ниндәй ат тураһында һөйләйһең. Күрмәйһеңме ни, ҡуян һатам!
– Мин хаҡына ҡарап әйтәм!
***
Ике әхирәт серләшә:
– Бер ҡасан да ирем менән балыҡҡа бармаясаҡмын! Башта үтә ҡысҡырып һөйләштем, икен­сеһендә селәүсенде дөрөҫ итеп ҡуймағанмын, имеш. Иң ҡурҡынысы аҙаҡ булды – иремә ҡарағанда күберәк балыҡ тоттом.

Автор:
Читайте нас: