-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
5 Июнь , 11:00

Үәт, ҡыҙыҡ!

Ирҙәр таң атҡансы кәрт уйнайҙар. Хужабикә түҙмәй, бүлмәһенән сығып, иренә ҡысҡыра: – Ҡасан да булһа бөтәме беҙҙең өйҙә был уйындар? – Бөттө бит инде,– тип тынысландыра уны ире. – Хәҙер был өй беҙҙеке түгел.

Үәт, ҡыҙыҡ!
Үәт, ҡыҙыҡ!

***

Ике пенсионер осраша:

– Шунан, хәлдәр нисек?

– Ресторандан сыҡҡан юҡ!

– Әллә берәй мираҫ алдыңмы?

– Швейцар булып эшләйем. 

***

Төҙөлә башлаған йорт емерелә. Бөтәһе лә бер булып ғәйеплене эҙләй. Кирбестәр янына киләләр.

– Бында һеҙ генә ғәйепле!

– Юҡ! Ҡарағыҙ, беҙ ниндәй ныҡ! – тип улары  күкрәктәренә һуға башлай.

Ҡом янына киләләр.

– Йорт һеҙҙең арҡала ғына ҡойолоп төштө, һеҙ генә ғәйепле!

 – Һис кенә лә! Мә, тотоп ҡарағыҙ, ниндәй сифатлыбыҙ!

Тикшереүселәр цемент янына киләләр.

– Әһә! Бына кем арҡаһында йорт ҡойолоп төшкән! Ғәйеп һиндә, цемент!

– Ниңә мин булайым, ти. Минең унда бер ниндәй ҡыҫылышым юҡ! Ғөмүмән, мин  унда бөтөнләй булманым.

***

Бер ирҙең бесәйе бар икән. Мыраубикәһе ҡаймаҡ урлап ашағас, ҡатыны: - Урманға алып бар ҙа, аҙаштыр!- тип бойора. Ҡатынды тыңламай сара юҡ: ир бесәйҙе урманға алып китә. Алып китә лә ғәйеп була: бер көн үтә ҡайтмай, ике көн үтә - һаман юҡ. Өсөнсө көнгә өҫ- башы бысранған, асыҡҡан, яман асыулы ир көскә ҡайтып керә. - Аҙаштырҙыңмы?- тип һорай ҡатыны. Ир кеше, йәһәт кенә ишекте асып, шатлыҡтан туҡтауһыҙ ҡойроғон болғаған, күҙҙәре йылтыраған бесәйҙе өйгә кертә. - Үҙем аҙаштым. Әлдә бесәй булды, уның артынан эйәреп ҡайттым

***

Бер ир балыҡ ҡармаҡлай икән. Эргәһенә икенсеһе килә лә һорай: 
— Бөгөн һыу нисек, яҡшымы? 
— Бик һәйбәт! — ти тегенеһе. — Балыҡтың хатта сыҡҡыһы ла килмәй! 

* * *

– Алло! Сәләм, матурым! Һин әле ҡайҙа әле?

– Өйҙә.Бына йоҡларға әҙерләнеп йөрөйөм.

– Ә һин ҡайҙа?

– Бына һинең артыңда клубта баҫып торам.

 

Автор:
Читайте нас: