-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
23 Август , 11:00

Көлгәнгә – көлкө

– Беҙҙең күрше Фәсхетдин ҡаланан гонорея тигән нәмә эләктереп ҡайтҡан икән!– Йә, Хоҙай, белгәндәр кемгә бирергә? Ул алкаш әйбер ҡәҙерен беләме ни? Барыбер эсеп бөтә инде! ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Ҡыярҙы ҡасан йыялар?
– Йорт хужалары йоҡлағас!
***

– Ҡотло мине: балабыҙ бар!
– Малаймы?
– Юҡ!
– Ҡыҙмы?
– Ҡайҙан белдең?
***
– Ирең йүнәлдеме, әхирәт?
– Йүнәлде, йөрөй башланы.
– Ирҙәрҙең шул инде, йыйын аҙғын!
– Таяҡ менән йөрөй башланы. Аяғы ауырта ине бит!
***
– Бәләкәй буйлы булыуҙың яҡшы яҡтары бармы?
– Бар. Ямғыр яуғанын һуңыраҡ беләләр!
***

– Һеҙҙә көн торошо нисек?
– Яуа...
– Ҡасандан бирле?
– Йәй башынан.
***
Вахтанан ҡайтып килгән ир ҡатынына шылтырата:
– Ҡәҙерлем, ике яңылыҡ бар, башта һәйбәтен әйтәйемме, насарынмы?
– Һәйбәтен.
– Ябығырға теләй инең бит, бына хәҙер ит алмаҫбыҙ, бутҡа-фәлән менән генә туҡланырбыҙ.
– Ә насары?
– Аҡсаны юғалттым...

Автор:
Читайте нас: