-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
24 Сентябрь , 08:00

Көлгәнгә – көлкө

– Фатирығыҙҙа йыш ҡына бесәй шарылдай, нишләтәһегеҙ һуң уны?– Мин уны ваннала йыуындырам.– Мин дә йыуындырам, тауышы бер ҙә сыҡмай.– Мин уны һуңынан бороп һығам бит!

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

***

– Мәктәптә уҡыуҙан һин үҙеңә нәмәләр алдың?
– Алырһың унан! Ишек төбөндә ҡарауылсы ултыра бит!
***
– Балалар, әйҙәгеҙ, тикшереп ҡарайыҡ, йәйге каникулда һеҙ бар белгәнегеҙҙе онотма­нығыҙмы икән?
– Апай, ә һеҙ кем булаһы­ғыҙ?
***

– Әсәй, “Рәсәйҙә кемгә йә­шә­үе рәхәт” тигән темаға инша яҙыш әле?
– Депутаттарға, тип яҙ!
– Уҡытыусыбыҙ, кәмендә 350 һүҙҙән торған инша булһын, тине бит?
– Депутаттарҙы исемләп яҙ!

***

– Әхирәт, фатиры, машинаһы булған өсөн генә ошо бәлтерәп бөт­кән ҡартҡа кейәүгә сы­ға­һың­мы?
– Улар өсөн генә түгел. Ике инфаркты ла бар икән...
***
– Директор иптәш, эш хаҡы бигерәк әҙ, ярлы­лыҡ ялҡытты, берәй сараһын күрегеҙ инде, – тип үтенә йәш артист.
– Эш хаҡын күтәрергә мөмкин­лек юҡ, шулай ҙа баш режиссер менән һөйләшеп ярҙам итер­беҙ. Бынан һуң байҙар ро­лен генә башҡарыр­һың!
***
Ҡатыны гәзиттән ғә­рә­сәттәр, һыу баҫыуҙар, шул арҡала миллиондарса һум зыян килеүе тураһында хәбәрҙәрҙе ҡысҡырып уҡый.
– Бына күрҙеңме! – тип һикереп тора ире. – Ә һин, бөтөн зыян ара­ҡынан, тиһең!
***
Эскене ташлағас, яңы­нан тыуғандай булдым: бөтә нәмәгә аптырай­һың һәм бер нәмә лә аңламайһың.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: