+28 °С
Болотло
Көләмәстәр
29 Сентябрь 2024, 04:00

Ҡоролоҡ

Ҡаҙағстанда ҡоролоҡ, ямғыр яумай... Халыҡ йыйылып аҡһаҡалға килә:- Ҡоролоҡ, ямғыр юҡ, ни эшләйек?- Ҡорбан салығыҙ.Ҡаҙаҡтар ҡайтып ҡорбан сала ла, ямғыр көтәләр. Башҡортостанда ямғыр ҡойоп үтә, быларҙа юҡ. Ҡаҙаҡтар аҡһаҡалға тағы килә:- Ни эшләйек?

ҠоролоҡҠоролоҡ
Ҡоролоҡ

- Ҡорбан салығыҙ.
Тағы салалар. Көтәләр. Ямғыр Башҡортостанда яуа, быларҙа юҡ. Тағы аҡһаҡалға киләләр:
- Ни эшләйек?
- Ҡорбан салығыҙ.
- Ике тапҡыр салдыҡ бит инде, Башҡортостанда яуа, беҙҙә юҡ.
- Ә һеҙ башҡорттан урлағанды салмағыҙ, үҙегеҙҙекен салығыҙ.

Автор:
Читайте нас