-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Октябрь , 11:05

Йылмайып алайыҡ әле!

Ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңларға тырышмағыҙ! Улар баштарын кәүҙәләренән айырым йыуыу ғына түгел, шул баштағы “челка” тип аталған бер ус сәстәрен дә айырым йыуалар!

Йылмайып алайыҡ әле!
Йылмайып алайыҡ әле!

Колектив иҫкиткес беҙҙең! Берәүҙәр хеҙмәт хаҡы күберәк түләһендәр өсөн аҡыллы булып ҡылана. Икенселәр әҙерәк эшләр өсөн һантыйлыҡҡа һыпыра.

***

– Үткән аҙнала мин үҙемә ҡатын эҙләйем, тип иғлан биргәйнем. Бына бер ҡапсыҡ хат алдым.

– Нимә яҙаларп һуң?

– Шул бер үк тәҡдим инде: “Минекен ал!”

***

Бала саҡтан беҙҙе ата-әсәйҙәребеҙ таныш түгел кешеләргә ышанмаҫҡа өйрәтә. Таныш кешеләргә ышанмаҫҡа иһә беҙ йәшәй-йәшәй үҙебеҙ өйрәнәбеҙ.

***

Ир менән ҡатын айырылышалар. Ҡатын иренән һорай:

– Һин тайы өйләнергә йыйынаһыңмы?

– Юҡ.

– Ни өсөн?

– Һинән яҡшыраҡты таба алмам, ә һинең кеүек башҡа кәрәкмәй.

***

– Әмир, ниңә кәйефең юҡ.

– Бөгөн ҡатын менән айырылышрға тип ЗАГС-ҡа сығып киткәйнек. Барып етеп булманы.

– Ниңә?

– Талаштыҡ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: