***
Һуҡбайҙы пәлтә урлағаны өсөн хөкөмгә тарталар.
– Нисек оят түгел? – тип әрләй уны судья. – Бынан өс йыл элек нәҡ ошондай енәйәт өсөн һеҙ бер тапҡыр хөкөм ителгән инегеҙ бит инде!
– Ителһә һуң! – ти һуҡбай. – Бер пәлтәне нисә йыл кейергә була?
***
Университет бәҙрәфендә икәү һөйләшә.
– Ғәли, сессияны тапшырып бөттөңмө?
Уң яҡтағы кабинанан яуап ишетелә:
– Бөтөрөрһең, бар, теге пеләш ишәк зачет ҡуймай интектерә.
Һул яҡтағы кабинанан:
– Һәм ҡуймаясаҡмын да.
***
Инглиз, француз һәм урыҫ ҡатындары менән маҡтана, ти.
Инглиз:
– Минең ҡатын үлән һабағы кеүек зифа.
Француз:
– Минең ҡатын үлән һабағы кеүек нескә.
Урыҫ:
– Меҫкенкәйҙәр һеҙ. Карауаттан тырма менән әҙләрлек булғас ниндәй ҡатындар инде улар!
***
Чебурашка Генаға шылтырата:
Гена, беҙгә посылка килде. Ун әфлисун ебәргәндәр. Һигеҙе һиңә, һигеҙе миңә.
Чебурашка, һигеҙ һәм һигеҙ нисек ун була инде ул?
– Ул ҡәҙәрлеһен белмәйем, әммә мин үҙемдең һигеҙ әфлисунымды ашап ҡуйҙым инде.
***
Дөм иҫерек ире төн уртаһында өйөнә ҡайтып керә. Ҡатыны уны стенаға терәп ҡуя ла:
– Ҡайҙа йөрөнөң ошо ғүмер, хәстрүш!
– Зыяратта...
– Ҡатыны шунда уҡ йомшарып, борсоулы тауыш менән:
– Кем мәрхүм булды?
– Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң – юҡ, унда бөтәһе лә үлгән кешеләр.