-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
25 Ноябрь , 15:00

Йылмайып-көлөп кенә

Әсәһе ҡыҙын табипҡа алып килә.– Нимә эшләргә лә белмәйем, баламдың һәр ваҡыт ауыҙы йырыҡ, күҙҙәре аҡайып тора.– Ә һеҙ уның сәсен йомшағыраҡ итеп үреп ҡарағыҙ. ***

Йылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

Зоопаркта фил үлгән. Ҡарауылсы илап ултыра.
– Ниңә илайһың, – тип һорайҙар унан. – Ныҡ ярата инеңме ни?
– Юҡ, миңә ҡәбер ҡаҙырға ҡуштылар.

***

– Официант! Артығыраҡ тейәнем шикелле, миңә айныта торған берәй нәмә килтерегеҙ әле.

– Рәхим итегеҙ, бына һеҙҙең иҫәп ҡағыҙы.

***

– Табип әфәнде, зинһар мине тикшерегеҙ әле...
– Әлбиттә, әлбиттә. Сисенегеҙ. Сисендегеҙме? Ә хәҙер кире кейенегеҙ!
– Ниңә кейенергә? Һеҙ бит мине ҡараманығыҙ!

* * *
– Һеҙ минең әйткәнде яҡшы ишетәһегеҙ, тимәк барыһы ла һәйбәт. Мин бит ЛОР табип.

* * *

Бер егет театрҙан сыҡҡас, дуҫынан һорай:
– Һин бер нимә лә күрә алмағанһыңдыр инде, алдыңда ғына арандай бер ҡатын ултыра ине.
– Рәхәтләнеп ҡараным. Ул ҡолағын тиштергән булып сыҡты.

* * *

Халыҡ-ара иҫәрҙәр конкурсында Вәли 1-се урынды яуланы. Сөнки күпме генә тырышһалар ҙа, уға бәйгенең асылы нимәнән ғибәрәт булыуын аңлата алманылар.

* * *

Төрмәлә ике тотҡон. Береһе ултыра, икенсеһе телегәй-былай туҡтауһыҙ йөрөй. Беренсеһе икенсеһенән һорай:
– Ҡара әле, һин ихтималлыҡ теорияһы тураһында берәй нәмә беләһеңме?
– Юҡ. Ә нимә ул?
– Бына һин әле нимә эшләйһең?
– Тегеләй-былай йөрөйөм.
– Ул һиңә генә шулай тойола. Ә ысынбарлыҡта һин ултыраһың.

* * *

– Һин ҡайҙа ял итергә яратаһың?
– Мин ҡайҙа яратам, шунда уҡ ял да итәм.

Автор:
Читайте нас: