-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
29 Ноябрь , 09:00

Көлгәнгә – көлкө

Ҡатыны кисен телевизор алдына ултырып, бер-бер артлы бутерброд ашай. Ире­нең түҙемлеге бөтә:– Алтынан һуң ашамайым, тигәйнең бит!– Эйе шул. Быныһы – бишенсе генә бит! ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Нишләп ҡойманы бер яҡлап ҡына буянығыҙ?
– Килешеүҙә бит, заказсы - бер яҡтан, тормошҡа ашырыусы - икенсе яҡтан, тип яҙылған.
***
Ышанһалар, ир кешегә шул етә. Яратһалар, ҡатын-ҡыҙға шул етә. Йәнә, уның матурлығын күрһәләр, был күлдәк уға килешле булһа, ирҙең кеҫәһен ара-тирә ҡарап, телефонын тикшереп торһа, йыш комплимент эшләһәләр, магазиндар буйлап йыш йөрөһә... шул етә.
***
– Участковый иптәш, кисә һеҙгә мин шылтырат­ҡайным. Күрше ир иҫерек ҡайтып, кис буйы тынғы бирмәне, ғаиләһен ҡыйыр­һытты. Нишләп килмәне­геҙ?
– Килдем, сара күрелде. Дөрөҫ, иҫерек ир беҙгә ишек асманы. Шуға күрә аңлатыу эштәрен ишек аша ғына алып барырға тура килде.
***
Хужа Насретдин төндә кемдер ҡыштырҙағанға уянып китә. Ҡараһа, берәү бының йортонда эҙләнеп йөрөй.
– Нәмә эҙләйһең? – тип ҡыҙыҡһына Хужа.
– Аҡса! – ти һиҫкәнеп киткән бур.
– Шулаймы ни, тапһаң, миңә лә әйтерһең, – тип, Хужа икенсе яғына боролоп ята.
***
Дискотека бара.
– Һылыу, һине ҡайҙалыр күргәндәй булам.
– Әлбиттә! Миңә өйләнергә вәғәҙә лә биргәйнең.
– Ғәфү итегеҙ, икенсе берәү менән бутағанмын!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: