***
Мин йәш, сибәр. Матди яҡтан тәьмин ителгән. Ике юғары белемем, фатирым, машинам бар! Башым ауыртмай, бер кемде лә эҙләмәйем, бер ни ҙә һатмайым, кейәүгә сығырға йыйынмайым! Просто маҡтанам...
***
Миңә балдаҡ кәрәк ине... Улайһа бармағым өшөй...
***
- Ҡатының менән кисәге ыҙғыш ни менән тамамланды?
- Ул минең яныма теҙләнеп килде.
- Һәм нимә тине инде?
- Тиле, сыҡ карауат аҫтынан, тине?..
***
Ҡатын иренә:
- Мин үҙемә биҙәнеү әйберҙәре алдым. Мыңғырҙарға уйлаһаң, хаҡын да әйтәм...
***
Байрамға ир ҡатынына таба бүләк иткән... Ә ҡатыны уға – каска.
***
- Ҡәҙерлем, магазинға барып кил әле!
– Һөйөклөм, тышта бит ямғыр ҡоя, этте лә ҡыуып сығарып булмай...
– Һуң. Эттән башҡа ғына сыҡ!
***
Ир өйөнә ҡайта һәм ҡатынын дуҫы менән күреп, пистолетын ала ла, дуҫын атып үлтерә. Ҡатыны ҡарауаттан килеп тора ла, шелтәле тауыш менән
- Аҡылдан яҙҙыңмы әллә! Былай ҡыланһаң, бер дуҫың да ҡалмай бит!!!
***
Ике әхирәт һөйләшә:
- Кисә артығы эселгән, ә Вәли шуның менән файҙаланды!
– Бәйләндеме әллә?!
- Юҡ, ҡасты.