- Үҙемдеке! Тыумыштан кейеп йөрөйөм! - ти бахыр.
- Алдашааааһың! Ышанмайым мин һиңә, хәйләкәәәр! - ти ҙә, төлкөнө төрмәгә ябып ҡуя. Күпмелер ваҡыт уҙғас төлкө янына ҡыр ҡаҙын индереп бикләй.
- Һине нимә өсөн бында тығып ҡуйҙылар?! - тип аптырай төлкө.
- Әәәй! Теге ҡылый шаша бит, ҡәһәрен! Ышанмай ҙа ҡуя... Йыл да йылы яҡҡа ниндәй аҡсаға осаһың тип бәйләнде!..
***
Урманда магазин асылған, ти. Уға оҙооон сират та теҙелә. Бына ҡуян, сиратһыҙ ғына магазинға инмәксе була, әммә уны айыу ҡолағынан тотоп артҡа ырғыта:
– Сирратҡа баҫ! - ти ҡалын тауышы менән.
Был хәл ике көн буйы ҡабатлана. Өсөнсөһөндә лә айыу ҡуянды сираттың ҡойроғона ырғыта. Ҡуян иһә, айыуға ысын күңелдән рәнйеп китеп:
– Был ниндәй хәл, фәләнеңде фәләнәйтәйем!!! Өсөнсө көн, тайыш табан, һинең өсөн магазинды аса алмайым!!!
Фото: culture.ru